Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
12 Ноябрь 2018, 17:23

“Йәш армиясы”лар — Асҡын 2-се мәктәбендә

Бөгөн районыбыҙҙың “Йәш армиясы”лары штаб начальнигы Рөстәм Әбдрәхимов етәкселегендә Асҡын 2-се мәктәбендә уҡыусылар менән осрашты. Сара барышында Рөстәм Тимерғәле улы уҡыусыларҙы “Йәш армия” хәрби-патриотик ойошмаһының тарихы, маҡсаты, бурыстары менән таныштырҙы.

— «Йәш армия» хәрәкәте иһә уҡыусыларҙың физик әҙерлеген нығытыуҙан тыш, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Беҙҙең бурыс — Ватанды тыныс шарттарҙа ла яҡлай алырлыҡ быуын тәрбиәләү. Берекмә сафына теләге булған уҡыусылар, хәрби-патриотик клубтар һәм эҙәрмәндәр отрядтары ҡабул ителә, — тип ойошмаға инеү шарттарын да әйтеп үтте Рөстәм Тимерғәле улы.
Артабан махсус форма кейгән ҡыҙҙар һәм егеттәр йәш армиясыларҙың гимнын башҡарҙы.
Сара аҙағында осрашыуҙа ҡатнашыусы 7-се-10-сы класс уҡыусылары араһында “Йәш армиясы”лар сафына инергә теләк белдереүселәр ҙә табылды. Улар штаб начальнигынан тәүге кәңәштәрҙе алып, әҙерлек эшен башланы ла. Тимәк, яҡын арала Асҡын “Йәш армиясы”лары сафы тулыланасаҡ. Хәрби хеҙмәткә әҙерлек һәм илһөйәр йәштәр тәрбиәләү маҡсатында районыбыҙҙа киләсәктә төрлө саралар ойоштороласағын да әйтте Рөстәм Тимерғәле улы.
Наилә Имаева.
Читайте нас: