Мишкә районы Оло Шаҙы ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡалмаҙан ауылында 33 йорт иҫәпләнә. Йорттар бер урам булып теҙелгән. Ауылда ни бары 78 генә кеше йәшәһә лә, улар әүҙем, хеҙмәт һөйөүсән булыуҙары менән айырыла. Был турала ҙур, матур өйҙәр, таҙа йорт тирәләре һөйләй. Ауылда юл юҡлығы ғына ауыл халҡын борсой ине. Һәм бына Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы ярҙамға килде. Халыҡтан 124 мең һум йыйылды. Район Советы депутаты Радик Шәмсетдинов 50 мең һум күләмендә иғәнәсе ярҙамы индерҙе. Республика бюджетынан 958 мең һум бүленде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 1,3 километр юл ремонтланды.