Имән ауылында йәшәүсе Вәсиғә һәм Рәфил Ҡыямовтар 60 йыл тиң-тигеҙ ғүмер итә. Ғаилә башлығы тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ленин исемендәге колхозда малсы булып эшләгән. Тормош иптәше һауынсы була.
Башҡортостанда Ғаилә йылы уңайынан, ғаилә тормошо юбилейын билдәләгән парҙарҙы хөрмәтләү дауам итә. Ошо көндәрҙә Нөркә ауылы хакимиәте башлығы Флидә Ғиндуллина Ҡыямовтарға Республика Башлығының Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.