Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
29 Октябрь 2018, 17:12

Асҡын районы Билгеш ауылында йәшәүсе Рауза Ғәйзуллинаға 90 йәш!

Билгеш ауылында йәшәүсе Рауза Солтанша ҡыҙы Ғәйзуллина үҙенең 90 йәшен билдәләне. Был иҫтәлекле көндө ул Асҡын районы Советы аппараты секторы мөдире Миңзилә Ғәйзуллинанан, Ҡашҡа ауыл Советы хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Гөлшат Нурдәүләтованан, туғандарынан, яҡын кешеләренән ҡотлауҙар ҡабул итте.

Рауза Солтанша ҡыҙы ауыр тормош юлы үтеүенә ҡарамаҫтан, изге күңелле, асыҡ һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарай. Уға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.



Читайте нас: