Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
15 Октябрь 2018, 17:18

Ҡәҙерле гүзәл заттар!

Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ауыл ҡпатын-ҡыҙҙары көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уныштар, ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ бәхете, янығыҙҙа һәр саҡ терәк-таянысығыҙ ысын ир-ат булһын, яратып-яратылып йәшәгәҙ! Йортоғоҙҙан балалар тауышы тынмаһын.

Ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр байрамы – ул йылы, наҙлы ҡояш нурҙарындай матурлыҡ, ерҙә тормошто мәңгелек итеүсе бөйөклөк, нәфислек һәм батырлыҡ, мөхәббәт байрамы.

Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре

Был донъяның таймаҫ терәге

Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең

Бөтә кешелектең йөрәге.

Ошо яҡты байрам көндө

Гел йылмайһын һеҙҙең йөҙөгөҙ

Шатлыҡ, бәхет һәм гел йәшәгеҙ,

Яҙ ҡояшы кеүек көлөгөҙ.

Ҡотлау менән “Йәнтөйәк” төбәк гәзите коллективы.


Теманы дауам итеп...


Календарҙа октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе тап шулай тип билдәләнгән. Берләшкән милләттәр ойошмаһы 9 йыл элек иғлан иткән дата ауыл халҡының тормош-көнкүрешен, йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итә. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Ер шарындағы һәр дүртенсе кеше - ауыл ҡатын-ҡыҙы.
Читайте нас: