Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
3 Октябрь 2018, 18:05

Ҡариҙел районында йәшәүсе Флүдә Әхмәтова бар ғүмерен ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын һаҡлауға бағышлай

Күптәр Флүдә Әхтәмованы киң күңелле, ярҙамсыл кеше булараҡ белә. Ул Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында 25 йыл эшләй. Тәжрибәле табип-гинеколог — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.


Флүдә Закир ҡыҙы Ҡариҙел ауылында тыуған. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә һәм бала саҡтан табип булырға хыяллана. Белемгә ынтылыусан ҡыҙ әсәһе менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫә, атаһын хәтерләмәй.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын Ҡараяр дауаханаһында акушер булып башлай. Артабан уны үҙәк район дауаханаһына күсерәләр. Бер йылдан йәш белгес Өфө медицина институтына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң Нефтекамала интернатура үтә. Ә 1992 йылда Ҡариҙелгә ҡайта һәм үҙ белгеслеге буйынса район дауаханаһына эшкә урынлаша.

— Мин табипты бәләкәй саҡта бик ҙур кеше итеп күҙаллай инем, — тип һөйләй ул. — Был һөнәр тураһында әсәйем һөйләне. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек — мин һәм апайым Әлфиә. Әсәйебеҙ беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләне. Көслө рухлы, изге күңелле кеше ине, ауыр саҡтарҙа гел ярҙам итте. Хәҙер әсәйебеҙҙе бик юҡһынабыҙ.

Табип булыу — бик ауыр һөнәр. Ул күп көс һәм белем талап итә. Флүдә Закир ҡыҙының күңеленә яҡын һөнәр һайлауына күп ваҡыт үткән. Ләкин ул бер ҡасан да быға үкенмәй. Һөнәре арҡаһында кеше ғүмеренең ни тиклем ҡиммәт һәм нескә булыуына төшөнә.

— Мин һәр ваҡыт яҡшы, тәжрибәле табиптар менән эшләнем. Флүзә Ғабдрахман ҡыҙы, Зинаида Калитовна, Лида Евстофиевна кеүек акушер-гинекологтар — клиникабыҙ ғорурлығы ғына түгел. Нәҡ улар менән бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға хөрмәт менән ҡарарға, уларға ниндәй ярҙам күрһәтергә өйрәндем. Сәләмәт бала тыуһын өсөн һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, ә яҡшы мөнәсәбәт тә кәрәк: нисек эсенән һыйпарға, йылы һүҙ әйтергә, тынысландырырға. Һәр ваҡыт ҡулыма яңы тыуған сабыйҙы алғанда аңлатып бөтөрә алмаҫлыҡ тойғолар кисерәм, — тип үҙ фекере менән уртаҡлаша 25 йыл стажға эйә табип-гинеколог.

Флүдә Закир ҡыҙы тормош иптәше Рамазан Исхәт улы менән күмәк бала тәрбиәләй. Оло улдары Алмаз юрист һөнәренә уҡый. 2009 йылда ғаилә ағалы-һеңлеле Саша менән Дашаны үҙ ҡанаты аҫтына ала. Сашаға — өс йәш тә туғыҙ ай, ә Дашаға ике йәш була. Хәҙер балалар ҙур инде: Саша — VII, ә Даша VI класта уҡый. Ағымдағы йылдың апрелендә Лилиәне лә алалар. Ул X класта белем ала.

Ғаиләнең өйө ҙур. Бирелә балалар өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған.

— Балалар — минең эшем дә, шатлығым да, хәстәрем дә. Сит балалар булмай, тиҙәр. Кемгә ауыр һәм үҙен яңғыҙ итеп тоя, ундайҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Мин балаларымдың, туғандарымдың һәм яҡындарымдың сәләмәт һәм бәхетле булыуын теләйем, — ти мәрхәмәтле әсә.

Флүдә Әхтәмова үткән ҡыш УЗИ, акушерлыҡ һәм гинекология буйынса лицензия алып, үҙ эшен асты.

Люция Карамова.
Читайте нас: