Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Тормош һулышы
2 Октябрь 2018, 14:18
Асҡын районы Көнгәк ауылы балалар баҡсаһында "Көҙгө муллыҡ" байрамы үтте
28 октябрҙә Көнгәк ауылы ”Толпар” балалар баҡсаһында “Көҙгө муллыҡ” тип исемләнгән байрам уҙҙы. Бүлмә һәр ваҡыттағыса бик матур итеп биҙәлгән. Баҡсаға килеп кереү менән үҙеңде ысын көҙгө урмандағы кеүек хис итәһең: ямғырлы болотло көн, көҙгө ағастар, бәшмәктәр...
Байрамды матур шиғыр юлдары менән Эльза Сабитова асты, ә балалар йырҙар, бейеүҙәр менән дауам итте. Ҡунаҡҡа Көҙһылыу ҙа, Терпе лә килде. Балалар Терпегә бәшмәктәр тураһындла шиғырҙар һөйләне, ашарға яраҡлы һәм ағыулы бәшмәктәрҙе айырырға, шулай уҡ йыйыу ҡағиҙәләрен өйрәтте. Улар төрлө уйындарҙа зирәклектәрен күрһәтте. Ата-әсәләргә “Бәшмәктәр” һәм “Еләктәр” бейеүен бүләк иттеләр. Өлкәндәр үҙҙәре “Көҙгө фантазия” ижади конкурсында ҡатнашты. Күңелле сара бәләкәстәрҙең “Япраҡтар” бейеүе менән тамамланды. Һуңынан Көҙһылыу алып килгән күстәнәсен — алмаларын таратты.
Шундай матур байрам ойошторғаны өсөн тәрбиәсе Эльза Сабитоваға ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Гөлшат Сабитова, китапханасы.
Читайте нас:
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять