Алдағы йылдарҙа Өфөлә яңы футбол стадионы барлыҡҡа килә. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй футбол союзы президенты вазифаларын башҡарыусы Александр Алаев менән эш осрашыуында хәбәр итте.
— Матди база яғынан яҡынса 15-20 мең урынлыҡ заманса стадион төҙөргә теләйбеҙ. Беҙгә Донъя чемпионаты әҙерләнгән кеүек ниндәй ҙуры кәрәкмәй. Спорт аренаһының ҙур булмаған, әммә шул уҡ ваҡытта заманса төрө кәрәк тип уйлайым. — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңы спорт объекты 3-5 миллиард һумға баһалана. Нигеҙ итеп Белоруссия проектын алыу күҙаллана.
— Беҙ бер нисә проектты барып ҡараныҡ. Шамил Камил улы (Шамил Ғәзизов, «Өфө» футбол клубы генераль директоры) Белоруссияла булды, «БАТЭ» базаһын ҡараны – бик матур ҡыҙыҡлы стадион. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ төплө варианттар алабыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Киләһе йылда проектлауға тотонорбоҙ тип уйлаййым. Проект һатып алырға һәм уны беҙҙе шарттарға бәйләргә кәрәк. 2022-2023 йылдарҙа ошондай объект булһын өсөн 2020 йылда төҙөй башларға ниәтләнәбеҙ.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.