Шундай кешеләр була: улар өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтә, емеш-еләк үҫтерә, мал ҡарай, ейән-ейәнсәрҙәренә күҙ-ҡолаҡ булып, файҙалы кәңәштәрен бирә, ил хәлдәренә төшөнөп, уға үҙҙәренең төплө фекерҙәрен белдерә. Бына шундай быуын кешеләре йәштәрҙә һоҡланыу уята, хатта бер ни тиклем көнләшеү менән ҡарайҙар уларға.
Фәриҙә Ғаттар ҡыҙы Гарданова балалары һәм яҡындары өсөн хөрмәтле кеше. Бөтә донъя хәлдәре менән хәбәрҙар, теремек, осрағанда кесеһенең дә, олоһоноң да хәлен белеп, һөйләшкәндә күҙҙәре осҡонланып киткән ханымға тиҙҙән 90 йәш тула.
“Борай районының Камилйән ауылында 1929 йылдың 30 майында тыуғанмын. Бала сағым матур үтте. Атайым ат егеп Өфөгә китеп, биш көн үткәс кенә урап ҡайтыр ине. Беҙ уның күстәнәстәр алып ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ул алып ҡайтҡан түңәрәк икмәк, ҡаластар иң тәмле ризыҡ булып ҡалды беҙҙең өсөн, – тип тормош йомғағын сисә башланы ул. – Һуғыш башланғас, атайҙар, биш бер туған, яуға китте. Шуныһы ҡыҙғаныс, береһе лә әйләнеп ҡайтманы. Ғәлиевтарҙың биш улы — Мәних, Ғаттар, Фәйзрахман, Арыҫлан, Ғәлиәкбәр яу ҡырында ятып ҡалды. Әсәйем бай ҡыҙы ине, атаһы бик уҡымышлы булған, мировой судьяла эшләгән. 30-сы йылдарҙа Себергә һөргөнгә ебәрҙеләр. Шул китеүҙән тыуған яҡтарын башҡаса күрә алманы.
Бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫтек. Ул ваҡытта һәр бала ете-һигеҙ йәштән эшләй ине. Утауға йөрөнөк, ун ике йәш тулғас, колхозға эшкә төштөк. Ашлыҡ урҙыҡ, бесән саптыҡ. Аҙаҡ магазинда ла эшләнем, клуб мөдире лә булдым. Йәштәрҙең комсомол ойошмаһын да етәкләнем. Бер эште лә һайлап торманыҡ, ни ҡушһалар, шуны башҡарҙыҡ. Ете класты тамамлағас, юғары белем алырға булдым, иптәш ҡыҙҙар менән Бөрөгә уҡырға сығып киттек. Ләкин метрика юҡ, мәктәпте тамамлау тураһында таныҡлыҡ юҡ, ишек төбөндә тапанып торҙоҡ-торҙоҡ та ҡайтып китергә мәжбүр булдыҡ. Зиһенем шәп, белем алырға ынтылышым ҙур булһа ла артабан уҡый алмай ҡалдым шулай".
Фәриҙә Ғаттар ҡыҙының тормош иптәше Әмир Тимерйән улы Гарданов 1926 йылда Борай районы Яңы Йәлдәк ауылында тыуа. 1943 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына һәм 6-сы уҡсылар бригадаһына пулеметсы булып тәғәйенләнә. 1946 йылдың авгусына тиклем хеҙмәт итә ул. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Япония менән булған хәрби компанияла ҡатнаша. Унда яралана. Яугир башҡорт егете 1950 йылдың майында ғына әйләнеп ҡайта. Ҡышын, һөйгәне менән өйләнешеп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Әмир ағай күренекле умартасы һәм яҡшы балта оҫтаһы була. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Бөрө урмансылығында эшләй.
Гардановтар тәүҙә Борайҙа, аҙаҡ Бөрөлә йәшәй. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ике ҡыҙы һәм өс улы ла юғары белем алып, үҙ аллы ғаилә ҡора. Хәҙер инде үҙҙәре өләсәй-олатай булып, пенсияға сыҡҡан. Тик Әмир Тимерйән улы ғына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылай алмай. Ул, ысын герой кеүек, 2004 йылдың 9 майында, ни бары 78 йәшендә мәрхүм була.
Вафаты ла батырҙарса: матур итеп кейенеп, төҙәнеп-яһанып, миҙалдарын тағып, үҙ аяҡтарында Еңеү байрамына киткән еренән, ҡапыл йөрәге туҡтай. Шатлыҡты күтәрә алмаймы, әллә һуғыш ғәрәсәттәре хәтирәһе йөрәген телеп үтәме — берәү ҙә белмәй ҡала. Һуңғы хис-тойғоларын ветеран үҙе менән алып китә...
Бөгөн Фәриҙә Ғаттар ҡыҙы улы Илшат һәм килене Гөлсәсәк менән донъя көтә. Килен менән татыу торғандарына 28 йыл. Гөлсәсәк Әғләм ҡыҙы – уҡытыусы. Уҡыусыларға Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса дәрестәр бирә. Йәш Гардановтар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Шуға күрә яҙҙан көҙгә тиклем үҙҙәренең умарталығында мәж килгәндә, Фәриҙә Ғаттар ҡыҙы донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә ала. Бал ҡортондай егәрле ханым емертеп донъя көтә. Помидор, ҡыяр, баклажан кеүек йәшелсәләре мул уңыш бирә. Сәскәләр яратҡас, ихата эсе лә гөл-баҡсаға әйләнгән. Ҡалала йәшәүгә ҡарамаҫтан, шәхси йортта ҡош-ҡорт тота, һыйырҙы бөтөргәненә лә ни бары биш-алты йыл. Уҡыуҙан йәки эштән ҡайтҡан балаларҙы йылы ашы, яҡты йөҙө менән ҡаршы ала ла фатихаһын биреп оҙатып ҡала. Фәриҙә Ғаттар ҡыҙы тыл һәм хеҙмәт ветераны. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп награда менән бүләкләнгән. “Беҙҙең өләсәйебеҙ яҡшы күңелле һәм бер ваҡытта ла үпкәләмәй. Ул эшһеҙ ҙә ултырмай. Ҡышҡылыҡҡа беҙгә ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй, ә яҙын һәм йәйен баҡсала эшләй, йәшелсә-емештәр үҫтерә. Кистәрен өләсәйебеҙҙе тыңларға яратабыҙ. Уның һөйләүенән беҙ тормош ауырлыҡтары тураһында ғына түгел, ә ғаиләбеҙ һәм уның традициялары тураһында күп нәмә беләбеҙ. Баҡтиһәң, беҙҙең ғаилә йыр-моңло ла икән. Олатайыбыҙҙың ағаһы Мәних Тимерйән улы уҡытыусы, тәрбиәсе булған, ҡурайҙа, ҡубыҙҙа, балалайкала, скрипкала бик яҡшы уйнаған. Өлкән улдары Рәмил Әмир улы тальянкала уйнаған. Апайҙары боронғо оҙон көйлө йырҙарҙы яратып, бик матур башҡарған. Өләсәйебеҙ әйтеүенсә, улар йыш ҡына өйҙә ҙур булмаған концерт ойошторған”, – ти кесе ейәне Әмир.
Бына шундай ветерандарыбыҙҙан өлгө алып йәшәргә кәрәк беҙгә. Ә Фәриҙә инәйгә оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ.
Ғәлиә Ғәниева. Фото ғаилә архивынан. алынды.