Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
20 Сентябрь 2018, 12:25

Борай районынан Ситдиҡовтар ғаиләһе ауылға йәм өҫтәп, йән өрөп йәшәй

Бөтә яҡтан да уңған, шәп, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған ғаиләләр районыбыҙҙа арта бара. Иҫке Бикмәт ауылында ғүмер итеүсе Ленария һәм Салауат Ситдиҡовтар ҙа күптәр өсөн өлгө булып тора. Һәр яҡлап та талантлы, эшлекле, тырыш ғаиләлә балалар ҙа рухлы, илһөйәр, үҙ быуынын белеп үҫә. Икеһе ике районда тыуып үҫкән Ленария менән Салауат Нефтекама ҡалаһында осраша. Йәштәр никахлашып, ғаилә ҡора һәм Иҫке Бикмәт ауылында төпләнә. Тормоштарына йәм өҫтәп бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә. Салауат Нәғим улы ауыл клубы мөдире, ә Ленария Ғәбделәүхәт ҡыҙы — китапханасы. Улар бик тырыш ғаилә. Балалар бәхете, ғаилә именлеге өсөн арыу-талыу белмәйенсә, татыулыҡта һәм берҙәмлектә донъя көтәләр.

Салауат Нәғим улы моңло итеп йырлай, ә Ленария Ғәбделәүхәт ҡыҙы концерттарҙы матур итеп алып бара. Әкренләп сәхнәгә ҡыҙҙары ла сыға. Ғаилә башлығын район сәхнәһендә лә йыш күрәбеҙ.
Ситдиҡовтар гөрләтеп донъя көтә, күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт ҡарай, ихата һәм баҡсаларында күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр һәм емеш-еләк үҫтерәләр.
Ленария бар эшкә лә оҫта хужабикә. Буш ваҡыттарында ҡулына бәйләмен ала. Зауыҡ менән бәйләгән башлыҡ, салфеткаларҙы кемдәргә генә бүләк итмәне икән? Тәҙрә төптәрендә шау сәскәгә күмелгән гөлдәргә лә һоҡланмау мөмкин түгел. Һәр йыл уңған йәшелсәнән егәрле хужабикә ҡышҡылыҡҡа төрлө салат, ҡабымлыҡтар, баҡсаларында үҫкән емеш-еләктән ҡайнатмалар әҙерләй.
— Балалар өсөн тырышабыҙ. Уларға юғары белем биреү, башлы-күҙле итеү, тор-мошта үҙ урындарын табыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыу — был беҙҙең төп бурыс, — ти хәстәрлекле ата-әсә. – Аллаға шөкөр, бала¬ла¬рыбыҙ үҙҙәре лә бик тырыш, белемгә ынтылып тора. Һәр береһенең үҙ ынтылыш¬тары бар.Бергәләп кәңәшләшеп, уларҙың уй-теләктәренә ҡолаҡ һалып йәшәйбеҙ. Киләсәктә лә уңыш йылмайһын, бәхетле булһын ҡәҙерлеләребеҙ.
Балтас районында үткән республика шәжәрә байрамында ҡатнашып, Ситдиҡовтар “Ғаилә ижады” номинацияһында еңеү яуланы. Шулай барыһын да һоҡландырып йәшәүсе был татыу ғаилә ауылдың йөҙөк ҡашы булып тора.
Эльза Ғарипова.
Читайте нас: