Тәжрибәле умартасы Әлфиә апай улы Азат һәм ейәне Рәсүл менән бергәләп сараға килеүселәргә йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балын, кәрәҙле бал, шулай уҡ бал ҡортоноң башҡа продукцияларын тәҡдим итте. Улар ҡыҙыҡһыныусыларға һәр береһенең файҙаһы, ҡулланыу тәртибе тураһында ла һөйләне, ҡайһы бер продукт хаҡында памяткалар ҙа әҙерләгәндәр. Мулләхмәтовтарҙың умартасылыҡ өлкәһендә ирешкән уңыштары, ҡаҙаныштары ла бихисап. Күргәҙмәгә ҡуйылған Дипломдары, Почет грамоталары, миҙалдары уларҙың районыбыҙҙа ғына түгел, республика сараларында ла әүҙем ҡатнашыуы хаҡында һөйләй.