Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
30 Август 2018, 12:21

Балтаста ғаилә юбилярҙары тәбрикләнде

Район ойошторолоуҙың 88 йыллығын билдәләү сиктәрендә район Мәҙәниәт йортонда үткән тантанала ғаилә юбилярҙарын да тәбрикләнеләр.

Райондың Рәхимҡол, Көндәшле, Иҫке Янбай, Түбән Һикеяҙ, Юғары Ҡарыш, Иҫке Балтас ауылдарынан килгән 60 һәм 50 йыл тигеҙ ғүмер кисергән бәхетле парҙар — Әминә һәм Нәғим Әхмәтовтар, Хәниә һәм Әхмәтзыя Әхмәтдиновтар, Фәндиә һәм Мәғдән Әхәтовтар, Әлфирә һәм Фидәрит Фәзалғаяновтар, Мөкәрәмә һәм Мәүләүи Ғилметдиновтар, Флүзә һәм Рәфис Кашановтар, Фәниә һәм Әхнәф Шәймөхәмәтовтар, Тәнзилә һәм Рәдиф Дәүләтбаевтарға район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, йылы теләктәрен еткерҙе.
https://baltach.rbsmi.ru
Читайте нас: