Асҡындарҙың ағымдағы йылда Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыуы уңышлы булды: икенсе тапҡыр тәҡдим ителгән “Асҡын ауылында сүпте сорттарға бүлеү узелын һатып алыу һәм урынлаштырыу” проекты конкурс һайлап алыуҙы үтте. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, сығарыу һәм утилләштереү мәсьәләһенә ҡағылышлы Законға үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, сүпте сорттарға бүлеү узелын һатып алыуҙың кәрәге ҡалманы. Республиканың барлыҡ төньяҡ райондарын хеҙмәтләндерәсәк төбәк операторы, беҙҙең осраҡта “Дюртюлимелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең килеүе муниципалитет алдына яңы бурыс ҡуя — контейнерҙар һатып алыу һәм уларҙы урынлаштырыу майҙансыҡтары эшләү.
Проект сметаһында күрһәтелгән суммаға килгәндә, “Асҡын ауылында сүпте сорттарға бүлеү узелы урынлаштырыу” исемен “Асҡын ауылында контейнерҙар майҙансығы эшләүгә алыштырыу” уға йоғонто яһамаясаҡ. 1884910 һумға (1 миллион һум — республика бюджетынан, 150-шәр мең һум урындағы бюджет һәм иғәнәселәрҙән, ҡалғаны — район үҙәге халҡынан) 26 контейнерҙар майҙансығы эшләргә һәм һәр береһенә бишәр контейнер һатып алырға була. Әммә Асҡын ауыл Советы биләмәһе башлығы Рәзиф Махатов әйтеүенсә, район үҙәген тулыһынса тәьмин итеү өсөн был ғына етмәй, сөнки бөгөнгә бирелә 126 урам иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта уларҙы урынлаштырыу өсөн уңайлы урындар билдәләнә.
Бынан тыш, сметала ҡаралған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытлыса һаҡлау полигонын кәртәләү эше ҡала. Төбәк операторы ҡаты көнкүреш коммуналь ҡалдыҡтарҙы ғына йыйыу сәбәпле, бирелә төҙөлөш һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ эшсәнлеге ҡалдыҡтарын ҡабул итәсәк һәм эшкәртәсәктәр.
Сметала ҡаралған пресс та ҡала. Яҡын киләсәктә “Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы базаһында халыҡтан аҡсалата иҫәп-хисапҡа быяла һауыттар, ҡағыҙ һәм пластик әйберҙәр ҡабул ителәсәк.
Исеме үҙгәртелгән проект тормошҡа ашырылһын өсөн республика бюджетынан аҡса күскән, хәҙер халыҡтың ҡатнашыуы кәрәк. Был программаның мотлаҡ шарты. Был осраҡта асҡындар 584910 һум йыйырға тейеш. Ләкин әлегә сумманың ни бары 34 проценты, йәиһә 196950 һум ғына йыйылған.