Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
28 Август 2018, 18:12

Рәсәй туристары Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең «Урал барыҫы» проектын яулай

Рәсәйҙең 11 төбәгенән туристар «Урал барыҫы» проектын яулай. Әлеге проект былтыр Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостандың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте башланғысы менән булдырылған. Беренсе этап барышында Көньяҡ Уралдың бейеклеге 1000 метр һәм унан ашыуыраҡ булған ете тау түбәһенә артылырға кәрәк ине. Икенсеһендә махсус әҙерләнгән «Ҙур Көньяҡ-Урал һуҡмағы» маршрутын үтеү талап ителде. Проекттың бөтә шарттарын башҡарған өсөн күкрәккә тағыла торған билдә һәм почетлы «Урал барыҫы» исеме бирелә.

Бөгөнгә проекттың ике этабында Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан, Пермь, Краснодар крайҙарынан, Силәбе, Ырымбур, Төмән өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Удмуртия, Татарстан, Башҡортостан республикаларынан 452 кеше ҡатнашҡан.
Башҡортостан буйынса Рус география йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең алыҫ төбәктәренән ҡатнашыусылар үҙҙәренең әүҙемлеге менән таң ҡалдырған. Беренсе этапты үтеү тураһында отчетты тәүгеләрҙән булып Краснодар крайының Псебай ҡасабаһынан Вадим Гнедков ебәргән. Ул икенсе этапты ла тиҙ генә үткән. Икенсе, «Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы»н беренсе булып Магнитогорскиҙан Кирилл Фронюк алған. Ул башҡа туристарға юғары планка ҡуйған. 145 саҡрым, Көньяҡ Уралдың йөрәгенә еңел булмаған маршрут (Белорет ҡалаһы — Еләкташ тауы – Отнурок ҡасабаһы — Яланғас тауы— Торна һаҙлығы — Ирәкташ — Миһеле йылғаһы – Көмәрҙәк һырты (Кесе Көмәрҙәк) — Верхнеаршинск ауылы — Баштур һырты — Синяк тауы — Оло Ирәмәл) 36 сәғәт эсендә үтелгән. Һуңғараҡ Өфөнән танылған сәйәхәтсе, блогер Олег Чегодаев Кирилл Фронюктың рекордын артта ҡалдырып, «Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы»н 31 сәғәттә уҙған. Әлегә был — берҙән-бер рекорд, ти ойоштороусылар.
Төмән өлкәһенән Денис Журавлев, Алена Осипова, Павел Попов июндә ике этапты ла үтеп, проектты тамамлаған. 14 кешенән торған удмурт төркөмө отчетҡа ғәҙәти булмаған фотолар ебәргән — ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә киске күлдәктәр кейеп төшкән. Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙың да географияһы киңәйә: проектта Өфө, Белорет, Баймаҡ, Салауат, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Ишембай, Бәләбәй, Яңауыл, Туймазынан һәм Бөрйән районынан туристар бар.
Ҡалған ҡатнашыусылар ашыҡмайынса ғына, ошо урындарҙың матурлығы менән һоҡланып, маршруттарҙы үтеүен дауам итә һәм отчеттарын ебәрә. Шуныһы ҡыуаныслы: Ғаилә йылында «Урал барыҫы» проектына балалы ғаиләләр ҙә ҡушылған. Беренсе этап буйынса тәүге ғаилә отчетын Өфөнән Труновтар ебәргән.
Бөгөнгә беренсе этап буйынса — 60, икенсе этап буйынса 12 ҡатнашыусы отчет биргән. Отчеттар 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 450006, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86, 206-сы, 208-се бүлмә йәки www.uralbars.ru лендингында.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас: