Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
27 Август 2018, 14:46

Балтастар райондың 88 йыллығын билдәләне

Балтас районы ойошоуҙың 88 йыллығы уңайынан район Мәҙәниәт һарайында үткән тантанала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты.

Балтас районы ойошоуҙың 88 йыллығы уңайынан район Мәҙәниәт һарайында үткән тантанала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты.
Улар араһында республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Рәшит Хәйруллин, Ҡоролтай депутаты, “Газпром Трансгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов, Башҡортостандың Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, эшҡыуар, ябыҡ типтағы “Иждрил” акционерҙар йәмғиәтен ойоштороусы Флорид Фәйрушин, районға төрлө йылдарҙа етәкселек иткән хөрмәтле шәхестәр — райондың Маҡтаулы гражданы Ғафурйән Фәтхуллин, Рәшит Исламов, ауылдарҙа ғүмер итеүсе 60, 50 йыллыҡ ғаилә юбилярҙары, ошо көндәрҙә мөхәббәттәрен законлы никах менән нығытҡан йәш парҙар һәм башҡа ҡунаҡтар бар ине.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхвәс улы Субушев сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Ул райондың данлы үткәнен барланы, бөгөнгө көндә төрлө тармаҡтарҙағы уңышлы эшмәкәрлектәргә тулы анализ яһаны, алдағы йылдарға билдәләнгән бурыстарға туҡталды.
Тантана барышында юбилярҙар, ғаилә юбилярҙары, йәш парҙар, спортсылар хөрмәтләнде. Ҡунаҡтар балтастарҙы сәләмләп сығыш яһаны.
Тантананың иң матур өлөшө райондың үҙешсән сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт программаһы булды.
https://baltach.rbsmi.ru