Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
27 Август 2018, 17:12

Ҡариҙелдәге байрам яҡшы кәйеф һәм күңелле ял бүләк итте

Үткән ялда Ҡариҙел ауылында “Ғаилә менән ял” байрамы үтте. Сараны район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров асты.

Был көндө “Дармарка” хәйриә акцияһы ойошторолдо. Ул күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә мәктәп кәрәк-яраҡтары, йылы кейем, аяҡ кейемдәре менән ярҙам итеү йөҙөнән үткәрелде. “Ғаилә”, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәктәре, мәҙәниәт бүлеге тарафынан бай программа әҙерләнде. Балалар өсөн батуттар, каруселдәр эшләне, хәрәкәтле уйындар ойошторолдо, концерт күрһәтелде. Байрамға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ЮХХДИ, Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре лә саҡырылды. Улар ата-әсәләр һәм балалар менән хәүефһеҙлек дәрестәре үткәрҙе, буклеттар таратты.
Ғаилә менән ял байрамы балаларға яҡшы кәйеф һәм йылы хис-тойғолар бүләк итте.
https://karaidel.bashkortostan.ru
Читайте нас: