Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
24 Август 2018, 16:10

Борай районында йәшәүсе Мәжит Гәрәев оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бал ҡорттары ҡарауҙа балаларының төп ярҙамсыһы

Сумсабаш ауылында 1928 йылда яҡты донъяға ауаз һалған Мәжит ағай ишле ғаиләлә үҫә. Үҫмер йылдары һуғыш осорона тура килгән малай хеҙмәт юлын ат менән баҫыу тырматып, һабан һөрөүҙән башлай.

Ул ваҡытта ауылда дүрт тиҫтә шәхси ихата була, кешеләр Киров исемендәге колхоздың айырым бригадаһы булып иҫәпләнә. Йәй айҙарында баҫыуҙағы төрлө эштәрҙә, ҡышын фермала мал ҡарай торғас, хәрби хеҙмәткә барырға ваҡыт та етә. Һөйгән ҡыҙы Тәлиға көтөргә вәғәҙәһен биреп оҙатып ҡала.

Ил алдындағы өс йыл ярымға һуҙылған хәрби бурысын Мурманскиҙа үтәүҙе иҫәпкә алмағанда, уның бар ғүмере тыуған төйәгендә уҙа.

Өйләнеп, үҙ ғаиләһен ҡороп ебәрә. Хәрби хеҙмәткә ҡәҙәр эштә һыналған Мәжит Гәрәевҡа бригаданы етәкләү йөкләтелә. Бик яратып, еренә еткереп башҡара ул эшен. Туғыҙ йыл бригаданы маҡтаулы исемдән төшөрмәй.

Быума сире менән яфалана башлағас, колхоз рәйесе уға умарталыҡта эшләргә тәҡдим итә. Балдың файҙаһы һәр кемгә билдәле. Көн әйләнәһенә умарталар араһында булып, хуш еҫ еҫнәп йөрөй торғас, сир артҡа сигенә, һәм ул тулыһынса терелә. Мәжит Гәрәев етәкләгән умарталыҡ алдынғылар рәтендә була. Ул ярҙамсыһы Әлфит менән йыл да тип әйтерлек 25-30 центнерлап татлы ризыҡ ала. Умарталар һаны ла 200-ҙән арта. Хаҡлы ялға сыҡҡас та уны эштән ебәрмәйҙәр, 64-ен тултырғас ҡына туҡтай.

Бөгөн уға туҡһанды бирерлек түгел. Һаман да егәрле, әүҙем, зиһенле Мәжит ағай ҡыҙы һәм кейәүенә бал ҡорттары ҡарарға ярҙам итә.

Рәүеф Шаматов.
Читайте нас: