Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
24 Август 2018, 15:16

БДУ-ның Бөрө филиалы абитуриенттары студент булыу бәхетенә иреште

Сығарылыш уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен ҡайҙа уҡырға барырға, йыйған балдар теләгән уҡыу йортона уҡырға инергә етерме тигән һорауҙар борсоно. Ниһайәт, абитуриенттарҙың уңыштары асыҡланды: кемдер шатланды, кемдер үкенде, кемдер түләүле белем алырға риза булып, тағы ла ныҡлы маҡсаттар ҡуйҙы...

Айырыуса төньяҡ-көнбайыш райондары уҡыусыларын үҙ ҡанаты аҫтына алырға әҙер булған БДУ-ның Бөрө филиалында ҡабул итеү кампанияһы 20 июндән старт алды. Бакалавриат, магистратура йүнәлештәре һәм һөнәрҙәр буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә уҡырға инергә теләгән абитуриенттарҙан ғаризалар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө иһә 26 июль булды. Һәр йылдағыса уҡыуҙы тамамлаусы бер юлы биш вузға документтарын тапшыра алды һәм уларҙың һәр береһендә өс һөнәрҙе һайларға мөмкинлеге булды. Шулай итеп, һәр абитуриент 15 вариант урынға уҡырға инеү мөмкинлеген күҙ уңында тотто.

Иң тәүҙә ташламалар һәм маҡсатлы йүнәлештәр буйынса ҡабул итеү ойошторолдо. Ә ҡалған абитуриенттарҙы бюджет урынға ике этапта алдылар. Беренсеһендә бюджет урындарының 80 проценты, икенсе этапта ҡалған 20-һенә абитуриенттар ҡабул ителде. Уҡыу йортоноң рәсми сайтында һәм уның мәғлүмәт стендында уҡырға инеүселәрҙең рейтингы урынлаштырыла барҙы. 1 август беренсе этапта бюджет урындарына алынырға теләүселәр исемлегендә булған абитуриенттарҙан документтарҙың төп нөсхәһен ҡабул итеүҙең һуңғы көнө булды, ә 3 августа ҡабул итеү тураһында бойороҡ сыҡты. Икенсе этапҡа килгәндә, төп нөсхәләрҙе тапшырыу 6 августа тамамланды, ә 8-ендә юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү тураһындағы бойороғо баҫылды. Башҡорт теле, рәсем, физкультура кеүек предметтар буйынса иһә имтихандар вузда тапшырылды. Шулай итеп, яңы уҡыу йылынан БДУ-ның Бөрө филиалына бюджет урындарының көндөҙгө бүлегенә — 247, ситтән тороп уҡыу бүлегенә 29 абитуриент уҡырға инде.

Йылдағыса абитуриенттарҙың шәхси ҡаҙаныштары уҡырға ингәндә балдарын арттырырға ярҙам итте. Уҡырға инеүселәр үҙҙәренең портфолиоһын күрһәтергә тейеш: тик яҡшы билдәләре булған аттестат өсөн – биш, ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер) алтын билдәһе өсөн өс балл өҫтәлде. Бынан тыш, олимпиадаларҙа еңеү яулаған йәки ҡатнашҡан өсөн дә балдар өҫтәлгән: ҡатнашыусыға – бер, призёрға – ике, еңеүсегә – биш балл.

БДУ-ның Бөрө филиалына килеүсе уҡыусыларҙың юғары әҙерлеге лә һөйөндөрә. Айырыуса филология һәм киң коммуникациялар факультетының инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте йүнәлештәренә, тарих һәм хоҡуҡ, физик культура, инженер-технолог кеүек һөнәрҙәргә конкурс ҙур. Вуз буйынса бөтәһе 1200-ләп ғариза тапшырылып, бер урынға дүрт абитуриент тура килгән һәм уртаса балл 65,63 булған. Шуныһы ҡыуаныслы: БДУ-ның Бөрө филиалында ғына БДИ һөҙөмтәләре буйынса уртаса 65-тән алып 71-гә тиклем балл йыйған балалар яңы йылға тиклем өс мең, ә 71-ҙән дә юғарыраҡ йыйыусылар биш мең күләмендә стипендия аласаҡ.

Буласаҡ студенттарҙы ятаҡҡа урынлаштырыу мәсьәләһе лә яйға һалынған. Өфө һәм башҡа ҡалаларҙың студенттарынан айырмалы, улар иркен бүлмәләрҙә үҙҙәре теләгән дуҫтары, туғандары менән урынлаша ала. Биреләге автомәктәп тә студенттар мәнфәғәте өсөн эшләй.

Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: