Был көндө шулай уҡ уҙған йылда “Газпром трансгаз Уфа” йәмғиәте тарафынан төҙөкләндерелгән шишмәгә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Уразай ҡыҙы Мөнәүәрә Ҡорбанованың исеме бирелде. Сарала ҡаһарман яҡташыбыҙҙың бер туған һеңлеһе Фәниә Хажимуллина, уның ҡыҙы Альбина ҡатнашты.