Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
10 Август 2018, 13:05

Борайҙа йәшәүсе Миңлеғәлиевтар ике тиҫтә йылға яҡын халыҡҡа хуш еҫле тәмле икмәк тәҡдим итә

Фәрит Миңлеғәлиев районға табип, баш табип булараҡ билдәле ине. Ойоштороу, етәкселек һәләте сағылышымы, 2000 йылда — магазин, унан икмәк бешереү цехы асырға нәҡ ул тәҡдим итә.

— Ул йылдарҙа Борайҙа айырым икмәк бешереүсе юҡ ине әле, Фәрит “икмәк һәр саҡ кәрәк кешегә” тип, икмәк бешереү йортон асыуҙы ҡуҙғатты. Тәүҙә үҙебеҙҙең магазинда һаттыҡ, унан башҡалар ҙа ала башланы, — тип һөйләй был идеяларҙы тормошҡа ашырыусы Рима Миңлеғәлиева.

Икмәк бешереү менән бергә төрлө ҡамыр ризыҡтарын да етештерә башлайҙар. Уларҙы халыҡ көндәлек өҫтәленә лә, байрам табындарына ла яратып ала. Аҙыҡ-түлек тауарҙары менән бергә үҙҙәрендә етештерелгән ризыҡтар “Гүзәл” магазинының үҙенә тартып торған, алмаштырғыһыҙ һәм иң кәрәкле өлөшө булып тора. Бирелә тауар төрлөлөгө етерлек, әммә һатыу нөктәһен популяр иткәне — үҙҙәрендә бешерелгән икмәк һәм икмәк-булка эшләнмәләре. Ҡамыр ризыҡтарын халыҡ һорауы буйынса етештерәбеҙ, тиһәләр ҙә, фантазия ла һоҡланырлыҡ. Иң талапсан хужабикәләргә лә оҡшарлыҡ итеп бешерелгән икмәк, сәк-сәк, бауырһаҡ, торт, бәлештәр кәштәләрҙән бер ҡасан да өҙөлмәй. Биш төрлө икмәк тәҡдим ителә. Ҡарабойҙайҙыҡы иһә хәҙер ризыҡты һайлап ҡына ала торған заман кешеләре күңеленә айырыуса хуш килде. “Тәмле лә, бик файҙалы ла”, — ти етештереүселәр үҙҙәре лә.

Икмәк һәм икмәк-булка эшләнмәләре цехында 60-лап төрҙәге продукция әҙерләнә. Етештереү күләме көнөнә 800 килограмм тәшкил итә. Әлеге баҡса, бесән ваҡытында һәм ситтән ҡайтыусылар күп булғанда, күләм тағы ла арта. Һәр яңылыҡ, үҙенсәлекте һатып алыусылар һорауы буйынса эшләйбеҙ, тип аңлатһалар ҙа, эште халыҡтың үҫә барған ихтыяж-талаптарына тура килерлек итеп ойоштора белеү ҙә кәрәк. Етәксе был яҡлап хеҙмәткәрҙәренең булдыҡлылығын алғы планға ҡуя.

— Тауар ассортименты, ризыҡтарҙың төрлө булыуы һәм сифаты технологтың тырышлығына, оҫталығына бәйле. Яңы продукция башта өйҙә бешерелеп ҡарала, унан цехта әҙерләнеп, һатыуға сығарыла. Кәрәкле сеймалдарҙың сертификаттары булғанын ғына алабыҙ. Ондо ла тәүҙә аҙ күләмдә алып бешереп ҡарайбыҙ, унан ғына заказ бирәбеҙ, — ти Рима Мидхәт ҡыҙы.

“Миңлеғәлиева” шәхси предприятиеһында 30-лап кеше эшләй, уларҙың 18-е — икмәк-булка эшләнмәләре цехында. Һатыусылар Рима Дәүләтшина, Рәзилә Ғүмәрова, Земфира Хәтмуллина, Гөлүсә Мәүлиева, ҡаптарға төрөүсе Наталья Хәмиҙуллина магазинда халыҡты хеҙмәтләндерә. Уларҙың етеҙлегенә, теүәллегенә иң дөрөҫ баһаны биренән ҡәнәғәт сығып киткән һатып алыусылар бирәлер. Етәксе һәм хеҙмәткәрҙәр араһында үҙ-ара ҡәнәғәтлек, аңлашыу булғанда, һуңғы һөҙөмтәнең уңышына ғәжәпләнәһе юҡ. Икмәк, ҡамыр ризыҡтарын килештереп бешереү һәм халыҡҡа яңы, йомшаҡ килеш тәҡдим итеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Мейес заманса технологияларға нигеҙләнгән, продукцияны төрөү машинаһы ҡулланыла. Әле күптән түгел генә “Гүзәл” магазины яңы бинаға күсте, хәҙер кәрәк тауарҙы һайлап алырға уңайлы. Береһенән-береһе ҡыҙыҡтырып торған бәлештәрҙең ҡайһыһын һайларға белмәй аптырауың ғына мөмкин. Предприятие менән етәкселек итеүҙе хәҙер Миңлеғәлиевтарҙың ҡыҙы Алһыу башҡара. Магазиндың бинаһын яңыртыу — уның инициативаһы, киләсәккә пландары ла, бәлки, киңерәк, замансараҡтыр. Шулай була күрһен, был кешеләр файҙаһына. Сөнки беҙ Борайҙы ошо уңайлы һәм хужабикәләрҙе күп мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарған, башҡа һатыу нөктәләре араһында үҙ маркаһын лайыҡлы тотҡан “Гүзәл”дән башҡа күҙ алдына ла килтермәйбеҙ.

Фәнзәлиә БӘҘРЕТДИНОВА.
Читайте нас: