Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
10 Август 2018, 17:54

Асҡын районы Солтанай ауылында йәшәүсе Зөлфидә һәм Рәфит Исламовтарҙың балына һорау һәр саҡ күп

Солтанай ауылында йәшәүселәргә, әйтерһең, Хоҙай Тәғәлә үҙе умартасылыҡ менән шөғөлләнергә ҡушҡан: ауылды йүкә урманы уратып алған, бал биреүсе башҡа үҫемлектәр ҙә мул үҫә. Шуға күрә, бында тәбиғәттең ошо йомартлығынан файҙаланып, күпләп умарта тотҡан уңған һәм йүнселдәр бихисап булыуы аптыратмай. Зөлфидә һәм Рәфит Исламовтар шуларҙың береһе.

Исламовтарҙың бал ҡорттары ҡарай башлауҙарына егерме йыллап ваҡыт үткән. Ә был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу, маһирлыҡ уларға ата-әсәләренән күскән. Ике яҡлап та ата-бабалары күпләп умарта тотҡан икән. “Ата-әсәйҙәр эргәһендә ярҙамлашып йөрөп, умартасылыҡ серҙәренә төшөнөп үҫкән балалар беҙ. Атайым бал ҡорттарын шул тиклем яратты, ауыр сирләп киткәс тә, уларҙы ҡайғыртты, бөтөрмәгеҙ, күбәйтегеҙ, тип васыят ҡалдырҙы. Тормош иптәшем менән Асҡын ауылында йәшәгәндә умартасылыҡ менән шөғөлләнмәнек. Унан Солтанайға ҡайтып, бер баш умартанан башланыҡ. Дәртләнеп, сәмләнеп эшләп, утыҙға тиклем еткергәйнек. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт шарттарының насар булыуы ҡорт башының кәмеүенә килтерҙе, хәҙер унлаған ғына ҡалды. Өлкәнәйҙек инде, быларын тәрбиәләп ҡарағанда ла, әллә күпме бал алып була.

Бер туған ҡустыларым Рәхимйән менән Фиғәт тә атай васыятына тоғро ҡалды. Рәхимйән ҡустымдыҡы айырыуса күп — илле-алтмышлап булыр. Бер йылды ла һатып бөтөрә алмай ҡалғаны юҡ. Беҙҙеке лә күстәнәскә лә, һатырға ла етә. Халыҡ әйтмешләй, ингән табыш иш янына ҡуш була. Йүкә балын бик теләп алалар. Сәскә балын да һораусылар күп. Шулай булмай, хуш еҫле бал менән сәй эсһәң, күңелдәр күтәрелеп китә, йәйҙең матур көндәре иҫкә төшә", — тип һөйләй уңған хужабикә.

Балы татлы булһа ла, эше, мәшәҡәте етерлек был шөғөлдөң. Йәй буйы үҙең бал ҡорто кеүек егелергә тейешһең. Зөлфидә апай менән Рәфит ағай ҙа йәй буйы ҡорттары янында мәж килә. Әле айырғандары осоп китмәһен, тип күҙәтәләр, бал айырталар, таҙарталар.

Баҡсалары ла бай Исламовтарҙың. Бында әллә нисә төрлө алма, сейә, ҡурай еләк, ҡарағат, торн, муйыл үҫә. Был ағас-ҡыуаҡтарҙы ла ҡарарға, еләктәрен ваҡытында эш итергә кәрәк. Әйткәндәй, баҡса еләге лә һата егәрле хужалар.”Эш күп, әммә тырышһаң, бөтәһенә лә өлгөрөп була. Дүртешәр һыйыр тотҡан саҡтарыбыҙ ҙа булды. Бесәнен дә эшләнек, көтөүен дә көттөк, ҡортон да ҡарай инек — бөтәһенә лә өлгөрҙөк. Әле лә тырышып, көткән донъябыҙҙан йәм табып, бер-беребеҙгә көс биреп йәшәйбеҙ”, — ти уңғандар.

Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: