Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Август 2018, 17:02

Мишкә районы Яңы Аҡбулат ауылында йәшәүсе Ирина Мурзанаева хужалығында эштәр көйлө бара

Мурзанаевтар үҙҙәренең крәҫтиән-фермер хужалығын яңыраҡ асып, ит-һөт етештереү өсөн мал үрсетә башлай. Эш башлаусы фермер булараҡ грант юллап, мал һатып алалар. Бөгөн уларҙың 57 мөгөҙлө эре малы бар.

— Быйыл үлән яҡшы үҫте. Тиҙ арала етерлек бесән әҙерләп ҡуйҙыҡ, — ти Ирина Юрьевна. — Яҙҙан көҙгә тиклем малдар көтөүҙә йөрөгәс, аҙыҡ кәрәкмәй. Уның ҡарауы, ҡышлатыу осорона яҡшы әҙерләнергә кәрәк. Шуның өсөн бесәнде ваҡытында, тейешле шарттарҙы һаҡлап, әҙерләп ҡалыу мөһим.

Иртә таңдан һауын башлана. Ирина Юрьевна һыйырҙарҙы үҙе һауа, ире ярҙам итә. Бер көнгә 200 литрҙан артыҡ һөт һауалар. Элек һөттө йыйыусыға тапшырһалар, хәҙер үҙҙәре әҙерләгән эремсек, ҡаймаҡты көнөндә үк халыҡҡа һатып бөтәләр.

Үҙ техникалары булыу — эштәрендә ҙур ярҙам. Күптән түгел пресс-йыйғыс та алғандар. 50 гектар ерҙә күп йыллыҡ үлән үҫә. Бынан тыш, бесәнлектәре лә бар. Туғай үләнен быҙауҙарға һәм һарыҡтарға ашаталар.

Мурзанаевтарға балалары Игорь, Виктория, Алина ярҙам итә. Улар ата-әсәләре менән фермаға барып, быҙауҙарҙы эсерә, мысыр тауығы (цесарка), өйрәк, ҡаҙҙарҙы ҡарай. Шулай бәләкәйҙән ауыл тормошона, эшкә өйрәнеп үҫәләр.

Ауыл хужалығында ял көндәре юҡ. Эш тә еңелдән түгел. Шуға ҡарамаҫтан, Мурзанаевтар хужалыҡтарын ҙурайтырға, малдар һанын арттырырға, һыйыр һауыуҙы автоматлаштырырға уйлай. Бесән әҙерләп бөткәс, ремонт эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр. Ҡуртымға алынған бинаның ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Төҙөлөш материалдары алынған, ваҡыт еткереп, эшләргә генә кәрәк.

Алена ГРИГОРЬЕВА.
Читайте нас: