Бөрө психо-неврология диспансеры үҙәге мөдире, егерме йылға яҡын эш тәжрибәһе булған Илзидә Абдуллинаға эшмәкәрлек даирәһе тураһында һорашып, мөрәжәғәт иттек.
— Илзидә Йыһанур ҡыҙы, һүҙҙе үҙегеҙ етәкләгән диспансерҙан башлайыҡ әле.
— Беҙҙең үҙәк Бөрө һәм Мишкә районы халҡын хеҙмәтләндерә. Ул психиатрия һәм наркология буйынса ауырыуҙарҙы дауалай. Ике йүнәлештә эшләүсе дауахана республикала берәү генә. Унда 14 урын — наркология һәм 35 урын психиатрия буйынса ҡаралған. Уларҙың ун бере агрессив холоҡло, “ҡурҡыныс янаусы” ауырыуҙар өсөн. Бындай пациенттар менән эшләү айырыуса иғтибар талап итә. Махсус ҡарауылсылар юҡ, барлыҡ көс шәфҡәт туташтарына һәм санитарҙарға төшә. Шуға күрә үҙәктә түҙемле, көслө рухлылар ғына эшләй. Коллектив та әллә ни үҙгәрмәй. Иллегә яҡын медицина персоналының етәүһе юғары белемле табиптар. Һуңғы йылдарҙа йәш белгестәр ҙә килде.
— Ауырыу кешеләр бында нисек килеп эләгә?
— Балалар йортонан һәм ауыр тормошта йәшәгән ғаиләләрҙән сирле балалар йышыраҡ килә. Күбеһе донъяны яратыуын белдерә, ләкин уларҙы аңлаған кеше булмауына ҡайғыра. Һәр ваҡыт иғтибарһыҙ, үҙ теләген әйтергә ҡурҡҡан, йәки әйтер кешеһе булмаған бала ауырыуға дусар була. Улар менән беҙҙең көслө психолог-табибыбыҙ Лилия Насырова эшләй. Үҫмерҙәр өсөн Өфөлә махсус дауахана бар. Ә бына 2010 йылдан һуң ҡатындар араһында наркомания, алкоголизм кеүек сирҙәрҙең ныҡ таралыуы күҙәтелә. Утыҙ йәшкә тиклемге әсәләрҙең эскегә бирелеүе, балаларының ашарын да уйламауы күңелде әрнетә. Күптәре әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки аталары ҡарамағына тапшырылған.
— ”Дауалау мөмкинлеге бик аҙ булған”дарҙы аяҡҡа баҫтыраһығыҙмы? Бындай аяныслы хәлдәрҙең сәбәптәре нимәлә?
— Эскелек, наркомания кеүек сирҙәрҙе дауалау өсөн пациенттарҙың үҙҙәренең ихтыяр көсө, теләге кәрәк. Әгәр ҙә кешенең теләге бар икән, беҙ барлыҡ сараларҙы күрәбеҙ. Ҡиммәтле уколдар, ашау, психологик ярҙам күрһәтеү – беҙҙең бурысыбыҙ. Ләкин ай һайын егермешәр көн дауаланып та ҡайтыу менән кире шул “аҙғын” юлға төшөүселәр күп. Ундайҙар ике-өс ай һайын даими дауаланһа ла, файҙаһы булмай. Элек махсус дауалау-хеҙмәт урындары булған. Әгәр ҙә икенсе-өсөнсө тапҡыр дауаханаға килеп эләгәләр икән, бер нисә айға йәки ярты йылға махсус хеҙмәт урындарына ебәргәндәр. Шундай саралар күрелһә, уйланырға, үҙ-үҙеңде ҡулда тоторға урын булыр ине. Күптәргә бушҡа ашау, ҡиммәтле уколдар алыу ҡәнәғәтлек тойғоһо ғына бирә. Алкоголизм, наркомания менән сирлеләр үҙ хоҡуҡтарын бик яҡшы белә, ләкин бурыстарын онота. Бөгөн эскелектең төп сәбәбе булып эшһеҙлек торалыр, тип уйлайым. Халыҡ эшләмәҫкә, дәүләттән ярҙам көтөп кенә ятырға өйрәнде. Бер ауылда ике бала ҡар көрәп, мал ҡарап эшләп алған аҙыҡтарын өйҙә эшләмәй ултырған әсәләренә алып ҡайтып ашатыуы тетрәндерҙе. Ә һап-һау ирҙең күҙ ҙә йоммай: “Һеҙҙең биргән аҙығығыҙ күптән бөттө инде, мин балаларҙы нимә ашатырға тейешмен”, — тип әйтеүе бөтөнләй аптыратты.
— Эшегеҙ еңел түгел. Шулай ҙа ҡыуанған саҡтарығыҙ буламы?
— Нисек кенә булмаһын, эшемде яратам. Ауырыуҙарға үҙемдең туғандарым кеүек ҡарайым. Бер нисә көндән улар “күҙҙәрен асып”, донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарай башлаһа, шуға ҡыуанам. Йөҙҙәренә нурҙар йүгерһә лә шатланам. Ә насар ғәҙәттәрен бөтөнләй ташлаған осраҡта мин иң бәхетле кеше.
Илзидә Абдуллина Асҡын районы Яңы Ҡара ауылында тыуа. Тәүҙә — тыуған ауылында, ә юғары кластарҙа Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияла белем ала. Уҡыуын тамамлағас, Өфө дәүләт медицина университетының педиатрия йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Ғаиләлә алты ағайҙың ҡурсалауы аҫтында үҫкән ҡыҙ ҡулына диплом алғас, Бөрөгә, яратҡан ағайҙарының береһе янына юллана. Бөгөн ул Әмир һәм Рәил исемле малайҙар тәрбиәләй.
Ғәлиә Ғәниева әңгәмәләште.