Ауылыбыҙҙан бер апай бесән сабып йөрөгәнендә ҡаршыһына ғәләмәт ҙур йылан килеп сыҡҡан, имеш. Апай ҡурҡышынан хатта һушы китеп йығылған, ти. Был турала хәҙер тотош ауыл гөрләп тора. Шулай булмай: Ирәндек һынлы Ирәндек буйында әкиәттәрҙә генә була торған быуар йылан үҙе йөрөп ятһын әле! Баштараҡ ҡолас буйлыҡ, беләк йыуанлыҡ һөйрәлеүсе тора-бара аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, баҫрау оҙонлоҡ, тумрау йыуанлыҡ булып китте. Торғаны менән аждаһа инде.
Апайҙың сабынлығына күрше генә бер бабай бесән эшләй. Шуға киттем: теге хәбәрҙең айышына төшөнөп ҡуйыр кәрәк. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң һөйләшеүҙе ипләп кенә әлеге “аждаһа” затына күсерәм.
– Юлдары күренгеләй былай бер нәмәнең, – тине ул, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, – үләнде йырғыслап, йомро һуҡмаҡ һалып бөткән. Ниндәйерәк йәнлек икәнлеген әйтә алмайым, эҙҙәрҙең ундайын ошоғаса күргәнем юҡ ине, – тине.
Уның ише йомро һуҡмаҡтарҙы үҙем дә күргәнем бар шикелле, мәгәр, шул булһа: күңелемә шунда уҡ шик төштө. Күрәнле, еркә үләнле Һаҡмар туғайҙарында йыш осрай ундайҙар. Уларҙы кем һалғанлығын да яҡынса һиҙемләйем.
Бына сама менән бесәнсе апайҙың ”һушһыҙ йығылған” урыны. Шишмә ситендә моңайып торған иҫке ҡыуыш янында. Әлеге үләнлек араһында, бабай әйткәнсә, йышылып бөткән һуҡмаҡтар айырым-асыҡ күренә. Уларҙы тәжрибәһеҙ һунарсы ла шунда уҡ шәйләп алыр ине, әммә кем һалғанлығын ҡапыл ғына әйтә алмаҫ. Ә мин инде белдем.
Тынысланып, мылтығымды ағасҡа һөйәнем. Үҙем дә ныҡ ҡына талсығып өлгөргән аяҡтарыма ял бирмәк булып, шул ҡайынға арҡамды терәп ултырҙым.
Сәйер һуҡмаҡтарҙың иң олоһо, иң тапалғаны минән биш-алты аҙымда ғына үтә. Тегеләй-былай тармаҡланып бара торғас, ул һаҙлыҡ араһында бөтөнләй юҡҡа сыға, ә башы сафтан-саф шишмәгә барып төртөлә. Кемдер, бесәнселәрҙең һыу юлы лабаһа был, тиер, ләкин мин улай тип әйтергә ашыҡмаҫ инем.
Уйҙарға бирелеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне, күҙ ҡырымда ғына ниндәйҙер хәрәкәт салынды. Башымды бик әкрен генә шул яҡҡа борам. Селтерәп ятҡан шишмә эсенән, теҙелешеп, шәшкеләр сығып килә. Сыҡҡан береһе һөҙәк яр ситендә ҡағынып йыбырлаша. Шәшкенең быйылғы балалары инде инәләре дәүмәллек булып та килә икән. Шәп үҫәләр. Уларҙың эйәк аҫтындағы аҡ таптары барыһыныҡы ла бер иш, әйтерһең дә, кемдер тамға һалып сыҡҡан.
Ә шәшкеләр сылбыры, хәрәкәтһеҙ ултырғанлыҡтан мине шәйләмәйенсә, эргәмдән үтеп китте. Аҡыллы әсә оҙон үлән араһында үҙаллы йөрөй белмәгән сабыйҙарын, аҙашып ҡуймаһындар тип, ышаныслы ысул менән алып китеп бара...