Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
17 Июль 2018, 11:41

Борай районы Бигәнәй ауылындағы Шәжәрә байрамы туғандарҙы, дуҫтарҙы йыйҙы

“Быуындар сылбыры өҙөлмәһен” тип исемләнгән Шәжәрә байрамы ауылдың халыҡ Бишкук тип йөрөткән яғында үтте.

Әлеге ваҡытта Бигәнәйҙең бер урамы Кәңгелде исемен йөрөтә. Ә уҙған быуат урталарында ауылдың ошо Бишкук осо Яңы Кәңгелде тип тә аталған була. Ни өсөн шулай? Был атама ҡайҙан килеп сыҡҡан? Ауылда кемдәр йәшәгән? Улар нимә менән шөғөлләнгән? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, ауыл муллаһы, эшҡыуар, клуб етәксеһе, бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл активисы Ҡадир Халиҡов тарих биттәренә байҡау яһай башлай. Архивтарҙан табылған һәм Интернет селтәрендәге мәғлүмәттәр, төрлө йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу документтары, ғаилә иҫтәлектәре, фотоальбомдар, оло кешеләрҙең хәтирәләре — барыһы ла өйрәнелә һәм һөҙөмтәлә үҙ эсенә 240 йыл дәүерҙе һыйҙырған ҙур шәжәрә ағасы барлыҡҡа килә. Был эштең ни тиклем ваҡыт һәм көс талап итеүен күҙ алдына килтереүе ауыр.

Байрам үтәһе көндө урамдың иң матур еренә шәжәрә ағасы ҡуйылған, ҡапҡа-ҡоймаларға милли өлгөләр менән сигелгән таҫтымалдар эленгән, ҡунаҡтар өсөн эскәмйәләр теҙелгән. Бер яҡ ситтәрәк мул табын әҙерләнгән. Унда ауылдың уңған әбей-апайҙары, килен-ҡыҙҙары һәм ҡайтҡан ҡунаҡтар тарафынан бешерелгән табикмәктәр, бәлештәр, сәк-сәктәр, ҡоймаҡтар һәм башҡа бик күп ҡамыр ризыҡтары ҡуйылған. Ҡаҙандарҙа байрам өсөн махсус салынған һарыҡ ите менән ҡарабойҙай бешә, самауырҙарҙа сәй ҡайнай. Сараны алып барыусы Рәмилә Фәттәхова ауылдаштарҙы тыуған ауыл, тыуған йорт тураһындағы шиғырҙары менән бер йылатып, бер йылмайтып алды. Бигәнәйҙәрҙе матур байрам менән Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһе башлығы Марат Фазлыев ҡотланы. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, әллә нисә быуын уҡыусы тәрбиәләгән уҡытыусы Вафия Сабирова-Бәшәрова бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты, ауылдан сыҡҡан данлыҡлы кешеләрҙе, ғүмере буйына тыуған ауылына тоғро булып, ал-ял белмәй хеҙмәт иткән, инде хаҡлы ялға сығып күркәм тормош көткән ауылдаштарын атап үтте.

Ауыл халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Ҡадир Халиҡовтың сығышын тыңланы. “Илен белмәгән — игелекһеҙ, халҡын белмәгән — холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән — нәсәпһеҙ, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән, — тип башланы ул һүҙен. — Бына, ниһайәт, эшемде тамамланым. Һеҙҙең алда — ауылыбыҙға нигеҙ һалыусыларҙан алып бөгөн нәҫелде дауам итеүсе балаларға тиклем яҙылған шәжәрә ағасы. Һәр ҡайһығыҙ унан үҙен, ата-бабаһын, балаларын таба ала. Рәхим итеп өйрәнегеҙ, күсереп алығыҙ, лайыҡлы итеп дауам итегеҙ”. Артабан Ҡадир Нәғим улы һәр нәҫел ебен барлап күрһәтте. Ата-әсәләренең, үҙҙәренең исемдәрен ишетеп, ауылдаштары араһында туғандарын табыусылар күп булды. “Күрҙегеҙме, беҙ барыбыҙ ҙа туғандар икән, беҙҙең һәр беребеҙҙә туғандар ҡаны аға”, — тип һүҙен йомғаҡланы Ҡадир Халиҡов.

Эйе, туған булғас, берҙәм, татыу, ышаныслы, яҡын кеше була. Туғандар йыйылған ерҙә бары тик йылмайыу-көлөү, шатлыҡ, бәхет тарала. Был Шәжәрә байрамы ла бына шундай шатлыҡлы осрашыуҙар, күңелле табышыуҙар бүләк итте. Сара ауылдаштарҙың, ҡунаҡтарҙың йыр-бейеүе менән үрелеп барҙы. Был көндө теләге булған һәр кем күңелендәге ихлас һүҙҙәрен әйтте, йырланы, бейене. Туғандарҙы табыштырған, араларҙы яҡынайтҡан, күпме кешегә шатлыҡ, бәхетле миҙгелдәр бүләк иткән Ҡадир Халиҡовҡа ауылдаштары рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп таралышты.

Венера АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас: