Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
16 Июль 2018, 12:09

Ҡариҙелдә Виктор Булатов тоҡомло һарыҡтар үрсетә

Иҫке Бағаҙы ауылында 2015 йылда куйбышев ит-йөн тоҡомло һарыҡтар үрсетеү буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығы асылды. Уны “Ҡариҙел” совхозы бүлегенең элекке бинаһын ҡуртымға алып, яҡташыбыҙ, баш ҡалала йәшәп, “Өфөхимпром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә смена начальнигы булып эшләгән Виктор Булатов ойошторғайны.

— Әгәр ҙә инвестор ауыл хужалығына тотона икән, аҡса тураһында ғына һүҙ алып барыу дөрөҫмө икән? — ти фермер. — Юҡ. Бында һөҙөмтә алыу өсөн финанстан тыш, бар сәләмәтлегеңде, күңелеңде һалырға кәрәк. Ер үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндерергә тырышыусыларҙы өнәмәй. Ауыл хужалығында тиҙ генә байып китеүҙе көтөргә ярамай. Үҙ маҡсатыңа ҙур тырышлыҡ менән эҙмә-эҙлекле барырға кәрәк.

Виктор Булатовҡа үҙе өсөн яңы эшмәкәрлек асып, яңы нәмәләр үҙләштерергә, эшкә лә егелергә тура килә. Шулай булмаһа, ауылда нисек эшләргә кәрәклеген нисек аңлайһың. Хәйер, Түбәнге Һөйәндә тыуып үҫкән кешегә ауыл тормошо яҡшы таныш.

Хужалыҡ төҙөлә башлау менән бар көс техник базаны нығытыуға йүнәлтелә. Һарыҡтарҙы ҡарау өсөн тәғәйенләнгән бинала барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған, ул тулыһынса яңыртылған, һыу үткәрелгән. Әгәр ҙә башта 192 һарыҡ иҫәпләнһә, хәҙерге көндә — 380 баш, шулай уҡ ике ат һәм ике һыйыр ҙа бар. Мал ишәйеп киткәс, барыһына ла урын етмәй булып сыға. Шул ваҡыт Виктор Леонидович һарыҡтарға яңы ҡағиҙәләр буйынса һәм заман талаптарына яуап бирерлек 800 урынлыҡ ферма төҙөргә уйлай. Төҙөүселәр таба һәм улар бинаны күтәрә башлай. Ноябрь башында фермер унда һарыҡтарҙы ҡышлатырға кертергә ниәтләй.

— Бөгөн ҙур һәм бәләкәй производстволар техникаһыҙ бер ни ҙә эшләй алмай, — тип һөйләй Виктор Булатов. — 2016 йылда “Эш башлаусы фермер” программаһы сиктәрендә грант алдым. Уны МТЗ-82 тракторы, ПР-Ф-110 пресс-рулон йыйғыс һатып алыуға йүнәлттем. Шулай уҡ минең көтөүлек һәм бесәнлек ерҙәрем, кәрәкле ауыл хужалығы инвентары, 180 тоннаға иҫәпләнгән бесән һаҡлағысым бар. 80 тоннаға иген склады төҙөттөм. Тағы ла Һамар заводынан шул уҡ куйбышев тоҡомло 13 тоҡом тәкәләре һатып алдым. Малдарға етерлек күләмдә бесән әҙерләнгән, уның яртыһынан күбеһе килтерелгән дә. Мин йөндө һата торған ер таптым: сеймалды Татарстан Республикаһына ебәрергә әҙерләп ҡуйҙыҡ. Һарыҡ итенә лә ихтыяж ҙур.

— Әйткәндәй, хужалыҡ территорияһын ике овчарка эте һаҡлай, — тип, йылмайып, өҫтәп ҡуйҙы Виктор Леонидович.

Бирелә ике кеше үҙенә эш тапҡан. Беренсе көндән үк Әлфит Мәсәлимов тырышып эшләй, Нәзифә Карамова ла бурыстарына яуаплы ҡарай. Улар хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала, бирелә бар шарттар ҙа булдырылған.

Фермер үҙенең аҙыҡ базаһын булдырырға, һөрөлгән ерҙе эшкәртергә, һоло, күп йыллыҡ һәм башҡа культуралар сәсергә, тағы ла бер трактор һатып алырға планлаштыра. Проблемалар ҙа юҡ түгел. Әлегә һарыҡтарҙы эсерә торған урын юҡ, уларҙы фермаға алып ҡайтырға тура килә. Виктор Леонидович әйтеүенсә, хәл ителмәгән һорауҙар булмай, район һәм Ҡариҙел ауыл биләмәһе хакимиәттәре, ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге, урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар ярҙамы менән барыһын да атҡарып сығырға була. Фермер район ветеринария станцияһы белгестәренә лә рәхмәтле. Улар саҡырыу менән фермаға килә һәм малдарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса саралар үткәрә.

Виктор Булатов хужалығында булыу беҙҙә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Барыһын да уйлап һәм киләсәккә маҡсат менән эшләгән фермерға ҡарап һоҡланып ҡуйҙыҡ. Һис шикһеҙ, был крәҫтиән (фермер) хужалығының киләсәге яҡты булыр.
Читайте нас: