Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
20 Июнь 2018, 17:11

Асҡын районы Солтанбәк ауылында башҡорт рухлы лагерь эшләй

Бирелә билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның ”Йәйләү” программаһы өсөнсө йыл рәттән тормошҡа ашырылғанға, ярайһы ғына тәжрибә туплағандар. Өлкән тәрбиәселәр булып йыл да урындағы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары эшләүе лә ҡыуаныслы.

Лагерҙы асыу беренсе матур байрам була. Тәүге көндә үк Балыҡсы һәм Танып ырыуҙарына бүленгән балалар ырыу атрибуттарын — оран, тамғаларын әйтеп, бер-береһен сәләмләй. “Быға тиклем “Беҙ таланттар эҙләйбеҙ” бәйгеһе үткәрелеп, шундағы иң матур номерҙар ҙа яңынан күрһәтелде асыу тантанаһында. Балаларҙы бигрәк тә ҡунаҡ — Рәми Ғарипов исемендәге гимназия уҡыусыһы Инсаф Мәрүиевтың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы хайран итте. Эмилия Зәйнуллина менән тәрбиәсе Розалия Факкарованың Зәйнәб Биишеваның ”Өйрәнсек менән Һөнәрсе” әҫәрен ҙур оҫталыҡ менән сәхнәләштереүен ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Башҡа сығыштар ҙа алҡыштарға күмелде. Беҙ бер көн дә тик тормайбыҙ. Ағинәйҙәр менән дә осраштыҡ, "Һылыуҡай" бәйгеһе лә үткәрҙек. "Һаумы, һаумы, әкиәт!" тигән сарала әкиәттәр сәхнәләштереүҙе лә балалар хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡлар. Ғаилә йылы темаһына арнап та бай йөкмәткеле сара уҙғарҙыҡ. Уның сиктәрендә йырҙар, шиғырҙар ятланыҡ, һүрәттәр төшөрҙөк. Хатта плакаттар эшләгәндәр ҙә булды. Рус, татар милләтенән булғандар ҙа бер саранан да ситтә ҡалмаһын, башҡалар менән бер рәттән уртала ҡайнаһын, күңелдәре рух менән һуғарылһын өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ", — ти лагерь начальнигы Алһыу Фәрәхова.

Лагерҙа тарихты өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бирәләр. 12 июнь — Рәсәй көнөндә көндөҙгө лагерға йөрөүсе балалар менән бергә мәктәп музейында булғандар. Солтанбәк уҡыусылары музейҙың тарихы менән таныштыра һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙары тураһында һөйләй.

Ауылға ингән ерҙә ҡуйылып, Һөйәнтүҙ ауылының фажиғәле яҙмышы тураһында һөйләгән стелаға экскурсия ойошторолған. Мең кешенең ғүмерен ҡыйған ҡанлы тарих, ҡарғыш һәм нәфрәт һүҙҙәре менән һуғарылған "Тәфтиләү" йыры бөтәһен дә тетрәндерә.

Ошо аҙнала "Бейемәгән башҡорт юҡ" девизы аҫтында тағы бер матур сара — Шәжәрә байрамы үткән. Бында күмәк бейеүҙәр һәм башҡорт бейеүе элементтары менән әҙерләнгән флешмоб күрһәткәндәр. Башҡорт мәҡәлдәрен иң күп белеүселәр бәйгеһе лә ойошторолған. Башҡорт йырҙары башҡарып, башҡорт уйындары ойоштороп, күңелле ял иткәндәр.

Алда әле тағы ла иҫтәлекле һәм матур саралар көтә лагерҙа ял итеүселәрҙе. Иртәгә — Һабантуй байрамы, 22 июндә — фашистик Германияның илебеҙгә баҫып кергән көндө Хәтер кисәһе үткәреү планлаштырылған.

Балалар оҙаҡламай лагерь менән хушлашасаҡ, ләкин улар бынан матур хәтирәләр менән ҡайтасаҡ. Тәрбиәселәр балаларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү, күңелдәрендә моң уятып, һәләттәрен асыу, дуҫлашһындар өсөн бөтәһен дә эшләне.
Читайте нас: