Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
19 Июнь 2018, 15:01

Асҡын районынан ете егетте хәрби хеҙмәткә оҙаттылар

19 июндә Асҡын ауылындағы хәрби комиссариат бүлексәһе алдындағы майҙан гөрләп торҙо. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан ете егетте изге теләктәр теләп, гармунда уйнап, бейеп, таҡмаҡтар әйтеп, йырлап оҙатып ҡалдылар.

Хәрби хеҙмәткә ҙур теләк менән барыусы Ҡашҡа ауылы егете Илназ Сәлихов ошо көндәрҙә генә Өфө дәүләт нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡайтҡан. “Һау-сәләмәт һәр егет армияла хеҙмәт итеп, Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәргә тейеш. Һайлаған һөнәрем оҡшай, уҡыу менән бер рәттән, университетта лабораторияла ла эшләнем. Киләсәктә һайлаған һөнәрем буйынса эш табып, үҙемде тағы ла камиллаштырып, юғары белем алырға ярҙам иткән әсәйем Сания Зәйнулла ҡыҙы һәм туғандарым өсөн ныҡлы терәк булып, уларҙың барлыҡ өмөт-ышаныстарын аҡларға тырышасаҡмын”, — ти техносфера хәүефһеҙлеге буйынса инженер белгеслеген алған Илназ.

Асҡын ауылы егете Айҙар Ғарифуллин Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының беренсе курсын тамамлаған. Айҙарҙы оҙатырға килеүсе ата-әсәһе, туғандары, өләсәһе, ағай-апайҙары егеттәрҙең иҫән-имен хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләп, йыр башҡарып,тантанаға байрам кәйефе өҫтәне.

Билгештән Дамир Сәмиғуллин, Асҡындан Денис Сәйетов, Урмияҙҙан Илнар Баһауетдинов, Үршиҙенән Рәниф Шәйхинуров, Ҡубияҙҙан Илназ Хәтипов Асҡын ауылында Башҡорт ауыл хужалығы колледжында белем алған.

Хәрби хеҙмәткә юлланған егеттәребеҙгә Тыуған илебеҙ һағында өлгөлө хеҙмәт итеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Наилә Имаева.
Читайте нас: