Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
9 Июнь 2018, 14:24

Ураҙа тотоу — фарыз ғәмәл

Раббыбыҙ: “Рамаҙан айы — ул бәндәләр өсөн бүләк итеп бирелгән ай”, — тип әйтә. Ул гонаһтарҙан, әхирәттә ут ғазабынан ҡотолоу, йәннәтле булыу өсөн ебәрелгән.

Һәр бәлиғ булған мосолман Рамаҙан айында тик Аллаһы ризалығын өмөт итеп, таңдан алып ҡояш байығанға тиклем, ашау-эсеүҙән, енси яҡынлыҡтан тыйылырға, йәғни ураҙа тоторға тейеш. Ураҙа ғибәҙәтенең төп асылы уның нәҡ рухи ныҡлыҡҡа, күңел паклығына, күркәм әхлаҡҡа ынтылыуҙан ғибәрәт. Бының өсөн, һис шикһеҙ, ата-әсәңә, балаларыңа, яҡындарыңа, ғөмүмән, кешеләргә асыуланмаҫҡа, уларҙан насарлыҡ эҙләмәҫкә, булғанына шөкөр итергә, көнләшмәҫкә, сабыр булырға кәрәк.

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм дә бер хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотҡанда боҙоҡ һүҙ һөйләй, ғәйбәт һата, ураҙаһы ас тороуҙан башҡаны бирмәҫ”, — тигән. Беҙ, кешеләр, хатта үҙебеҙҙән хата, кәмселектәр эҙләүселәр тураһында һөйләгәндә лә насар һүҙҙәргә ирек бирергә тейеш түгелбеҙ. Ә инде быны булдыра алмаһаҡ, өндәшмәй тороуыбыҙ хәйерлерәк.

Ураҙа ғибәҙәтенең икенсе әһәмиәте — сәләмәтлекте һаҡлауҙа. Тикшеренеүҙәр буйынса, ауырыуҙарҙың күбеһе — көнләшеүҙән һәм күп ашауҙан. Артыҡ ризыҡты ашҡаҙан эшкәртеп бөтөрә алмай, ул ағыулы матдәләргә әйләнә. Ә ураҙала организм зыянлы нәмәләрҙән таҙарына.

Әммә ғибәҙәтебеҙҙең ниәте ябығыу өсөн түгел, тик Үҙенең ризалығын өмөт итеү икәнен онотмаҫҡа кәрәк.

Изге тыйылыуҙың артабанғы әһәмиәте — йәмғиәтебеҙҙә сәскә ата барған боҙоҡлоҡтарҙы сикләү. Ул әҙәм балаһының нәфсеһен еңеүҙә, әйтерһең, тылсымлы таяҡсыҡ. Күп кешенең тик ураҙа, намаҙ һәм ихлас ҡылынған доғалар аша хәмер эсеү, тәмәке тартыу һәм башҡа тәүфиҡһыҙлыҡтарҙан ҡотолоуы күптәребеҙгә мәғлүм.

Бына етешһеҙлектәренән ҡотолорға теләп, биш ваҡыт намаҙға баҫҡан йәш ир менән булған хәл. Ул үҙенең яҡын кешеһенә: “Белһәгеҙ ине, миңә нисек ауыр. Ауыҙыма саҡ-саҡ ҡына тәмәке алмай ҡалам. Ураҙа тота башлаһам инде? Ундай саҡта тартырға ярамайҙыр бит”, — тигән һорау менән килә. Һәм ул ихлас күңелдән Аллаһҡа ялбарыуы, намаҙҙары, ураҙалары аша насар ғәҙәтенән ҡотола. Алдағы маҡсаты уның тағы ла изгерәк: Аллаһының бүләгенә яуап биреү ниәте менән Ҡөрьәнде ғәрәп хәрефтәре менән, нисек кәрәк шулай түгел, ә дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнеү ине. Йыраҡ Төркиәнән килгән остазы ярҙамында егет был теләгенә лә ирешә.

Ҡайһы ваҡыт оҙон эҫе көндә нисек ашамай-эсмәй тороп була, тип ҡурҡабыҙ, йәиһә “ваҡыт юҡ”, “эш күп” тигән һылтауҙар эҙләйбеҙ. Әммә Сөбхәнә вә Тәғәлә был ваҡыттарҙа ямғырҙарын яуҙырып, һауаны сафландырып, еңеллектәрен биреп килә түгелме? Һағынып көтөп алған быйылғы (Һижри — 1439, миләди — 2018) байрамыбыҙ ҙа нәҡ алмағастар сәскә атҡан, бар донъяның сихри матурлыҡҡа ҡойонған миҙгеленә тура килде.

Ата-бабаларыбыҙ — беҙгә оло үрнәк. Улар бит динебеҙ мәсхәрәләнгән дәүерҙә лә йәшеренеп ураҙа тотҡан, ураҡ та урған, бесән дә сапҡан. Күп көндәр буйы ас тороуҙан ҡурҡыусыларға һәр ун көнлөктә ике-өс, улай ҙа ауыр икән, бер көн тыйылыуҙан башларға кәңәш итәм. Был ынтылыш Аллаһы ризалығы өсөн ураҙа тотоуға изге күпер буласаҡ, минеңсә. Тәүбәләребеҙ ҡабул ителгән айҙа ураҙаларыбыҙҙы кәмселекһеҙ тотоп, Үҙенең мәғфирәтенә ирешергә насип әйләһә ине.

Флидә Асҡарова-Ғәлиева.

Мишәр ауылы “Әнием”

мәсете мөғәллимәһе.
Читайте нас: