Илгизә Сәйетғәлиева 2001 йылда Бөрө кооператив техникумын тамамлағандан һуң Типләк почта бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһында эш башлай. 2004 йылдың сентябрендә Ваныш-Алпауыт почта бүлеге начальнигы итеп билдәләнеп, бөгөнгәсә үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Бөгөн Илгизә Йәүҙәт ҡыҙы етәкләгән почта бүлеге дүрт ауылды хеҙмәтләндерә. Бөтәһе өс почтальон эшләй. Улар 153 йортҡа хеҙмәт күрһәтә. Тырыш хеҙмәткәрҙәр хат-хәбәрҙе, электр энергияһына, коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағыҙҙарын алып килә. Бынан тыш, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу, һатыу ҙа – улар иңендә. Хеҙмәтен яратып башҡарған почта начальнигы Илгизә Сәйетғәлиева гәзит-журналдарға яҙылыу ваҡытында ла әүҙем эш алып бара: пландарын һәр ваҡыт тултырыуға өлгәшә.
— Беҙҙең коллектив дуҫ, татыу. Эшебеҙҙе тиҙ һәм теүәл башҡарырға тырышабыҙ. Почтальон һөнәре бер ваҡытта ла еңелдән булмаған. Ауыр сумка күтәреп, алыҫ араларҙы үтеү, халыҡ менән уртаҡ тел таба белеү сифаттарына эйә булғандар ғына оҙаҡ йылдар эште намыҫ менән үтәй ала, хеҙмәте менән хөрмәт яулай. Гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда ла почтальондарҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Һәр абоненттың йортона барып етеүсе, уны ҡыҙыҡһындырыусы, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылырға әйҙәүсе кешеләр улар. Почтальондарҙың асыҡ йөҙө, ихлас һүҙе, өлгөрлөгө халыҡҡа артабан да рухи аҙыҡтан, йәмғиәт яңылыҡтарынан айырылмай йәшәү мөмкинлеге бирә.
Илгизә Йәүҙәт ҡыҙы — ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, балаларына өлгөлө әсә. Тормош иптәше Ирек Фиҙәрис улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Бар эшкә лә оҫта хужабикәнең ыңғай сифаттарын күреп гел һоҡланам. Асыҡ йөҙлө, ихтирамлы Илгизә Йәүҙәт ҡыҙын халыҡ та үҙ итә.
Ваныш-Алпауыт мәктәбе уҡытыусыһы.