Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
3 Июнь 2018, 13:25

Асҡын районы Ҡышлауйылға балалар баҡсаһында “Баҡса менән хушлашыу” кисәһе үтте

Йәйҙең беренсе көнө һәр йыл оло байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәйҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип атала.Халыҡ-ара балалар көнө – боронғо байрамдарҙың береһе һанала. Уны үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһын — донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә, беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.

Ошо байрам уңайынан һәр ҡалала һәм һәр ауылдарҙа төрлө саралар, акциялар ойошторола. 1 июндә Ҡышлауйылға балалар баҡсаһында “Баҡса менән хушлашыу” кисәһе үтте. Баҡсабыҙҙың иң аҡыллы, иң тәртипле балалары мәктәпкә белем алырға бара. Киләһе тормоштарында ла матур иҫтәлекле ваҡиғалар күп булһын. Бөгөнгө байрам көнө дә күңелдәреңдә мәңге һакланһын ине. Мәктәптә лә тырыш, тәртипле уҡыусылар булһын. Хәйерле аҡ юл уларға!

Хушлашабыз бөгөн баҡса менән,

Ә күңелдәр тулған шатлыҡ менән.

Барлыҡ килгән ҡунаҡ беҙҙе ҡотлай,

Байрам, менән дуҫтар, байрам менән.




Эльмира Шәйхуллина.
Читайте нас: