Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
29 Май 2018, 11:40

Мишкә районы Ҡарға һәм Ишем ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арнап обелиск асылды

Ишем ауылында 267 кеше йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышына ишемдәр 91 ауылдашын оҙата, уларҙың 38-е тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай. Ауыл халҡы Советтар Союзы Геройы Ишмай Иштубай улы Ишкинин менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Байрамға ҡунаҡтар, “Үлемһеҙ полк”ты ойоштороусылар йыйылды.

— Минең өсөн был көн бик тулҡынландырғыс. Бөйөк Ватан һуғышында атайым һәм ағайым ҡатнашҡан. Икеһенең дә наградалары күп ине. Атайымдың хәрби билеты һаҡланған. Ул 1941 йылдың сентябрендә 1261-се уҡсы полкка алына. Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша, ике ҡабат яралана. Һуғыштың бар михнәттәрен күреп, 1945 йылдың июлендә ҡайта. Уның һөйләгәндәре күңелемдә мәңгелеккә уйылып ҡалды, — тип тәьҫораттары менән бүлеште хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы менән бүләкләнгән Дмитрий Аманаев.

Сараны Баймырҙа ауыл биләмәһе башлығы Борис Байбулатов асып, тарихты һәм хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне. Ҡыҙыл таҫманы район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин, 2-се рангтың ғәмәлдәге хәрби советнигы, армия генералы Иван Горохов, Мишкә һәм Борай райондары хәрби комиссариаты вәкиле Олег Саликов, район Советы депутаты Валерий Байбулатов, ауыл биләмәһе депутаты Владислав Яметов, ауыл биләмәһе башлығы Борис Байбулатов киҫте.

Рөстәм Мусин сығышында ишемдәргә ғорурланып йәшәрлек кешеләре — Советтар Союзы Геройы барлығын билдәләне. Ауыл халҡына үҙ аҡсаларына обелиск төҙөткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Яңы обелиск Ишмай Ишкинин музейы территорияһында урынлашҡан элеккеһе менән берләштереп эшләнгән.

Тантанала ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Ирина Шамукаева, мәғариф ветераны Дмитрий Яметов, тол ҡатын Валя Ҡотлойәрова, ошо ауылда тыуған Наталья Аймурзина сығыш яһаны.

Ауыл биләмәһе депутаты Владислав Яметов обелиск төҙөү тураһындағы инициативаһын күтәреп алғандары өсөн рәхмәт әйтте. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Дөйөм эштең нәтижәһен — яңы обелискыны күреп, халыҡ ауылды төҙөкләндереү буйынса тағы ла яңы эштәргә рухланды.

Ишем һәм күрше ауылдарҙың үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылары байрамға арнап матур концерт әҙерләгәйне. Обелиск янына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә сәскәләр һәм веноктар һалынды.

Ҡарға ауылындағы обелиск Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы буйынса төҙөлдө. Ауыл халҡын был мөһим сара менән район советы секретары Т. Коледина, район ветерандар советы рәйесе Ю. Балахнина, Мишкә һәм Борай райондары хәрби комиссариаты вәкиле О. Саликов, Ҡайраҡ ауыл хакимиәте башлығы В. Захаров, район Советы депутаты С. Баязитова тәбрикләне.

Ҡарға халҡы исеменән ветерандар советы рәйесе В. Ташбулатова сығыш яһаны. Ул обелискыны төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт әйтте. “Был һуғыш һәр ғаиләгә ҡайғы алып килде. Ҡарғанан фронтҡа 172 кеше китеп, 80-е кире әйләнеп ҡайтманы. Беҙҙең бурыс — ошо обелискыла яугирҙарыбыҙ исемен мәңгеләштереү. Район, ауыл биләмәһе хакимиәтенә, ауыл халҡына, инициатив төркөмгә, подрядсыларға — төҙөлөштә ҡатнашҡан бар кешегә лә рәхмәтлебеҙ”, — тине ул.

Сарала иң әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Был көндө тыл хеҙмәтсәндәре А. Ҡотлоҡаев менән М. Киленбаеваны ла тәбрикләнеләр.

Обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар иҫтәлеккә фотоға төштө, байрам концерты ҡараны.

Читайте нас: