Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
25 Май 2018, 16:58

Борай үҙәк китапханаһында эшләүсе Гөлшат Ғүмәрова яуаплы һәм тәжрибәле китапханасы

Китапханасы — ул юғары интеллектлы, киң эрудициялы кеше. Был һөнәр эйәләренә аралашыусанлыҡ, эмоциональ яҡтан ныҡлы булыу, яҡшы хәтер хас. Китапханала эшләү яуаплылыҡ, бөхтәлек, тәртип талап итә. Борай үҙәк район китапханаһында эшләүсе Гөлшат Ғүмәрова ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә.


Гөлшат Рәйес ҡыҙы 1987 йылда Борай 2-се урта мәктәбен тамамлай. Артабан Свердловск өлкә мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡып, китапханасы һөнәренә эйә була. Йәш белгес хеҙмәт юлын Свердловск ҡалаһында яңы төҙөлгән Халыҡтар дуҫлығы милли китапханаһында башлай. 1991 йылда кейәүгә сыға һәм ғаилә Борайға күсенеп ҡайта. Шул ваҡыттан алып ул Борай үҙәк район китапханаһында эшләй. Ситтән тороп Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.

Гөлшат Рәйес ҡыҙының дөйөм эш стажы 29 йыл. Ул уҡыу залының баш китапханасыһы вазифаһын башҡара, бүлек менән оҫта идара итә. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, уҡыусыларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн төрлө алымдарҙы ҡуллана. Бирелә ойошторолған сараларҙың береһе лә унан башҡа үтмәй. Алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, тәжрибәле китапханасыны хеҙмәттәштәре лә, китап уҡыусылар ҙа хөрмәт итә.

Башҡарған эшенә бар күңел йылыһын һалыусы китапханасы райондың йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 2014 йылдан алып мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Борай район профсоюз комитеты рәйесе булып тора.

Марсилә Шәрипова.
Читайте нас: