Балтастар Өфө ҡалаһының Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостандың тарих биттәре” республика фестиваль-марафоны сиктәрендә лайыҡлы сығыш яһаны.
Тантаналы сараға килеүселәрҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар. Бирелә ҡунаҡтарға башҡорт, рус, татар, мари, удмурт ҡыҙҙары район китапханасылары, клуб хеҙмәткәрҙәре хәстәрләгән милли ризыҡтар менән сәй тәҡдим итте. Районда уңышлы эшләгән хужалыҡтар, шәхси эшҡыуарҙар, ойошмаларҙың үҙ продукциялары, ҡаҙаныштары, яңылыҡтары күрһәтелгән ҙур күргәҙмәне сараға килеүселәр ҡыҙыҡһынып ҡараны. “Балтас сорт-һынау участкаһы” йәмғиәте иғтибарға лайыҡ. Арпа, һоло, борсаҡ, рапс, ҡарабойҙайҙың юғары сифатлы орлоҡтары, иген келәттәре, төрлө дәрәжәләге еңеүҙәрен иҫбатлаған Почет грамоталары, миҙал-билдәләре бирелә урын алған. Ауыл хужалығында ныҡлы аҙымдар яһаған хужалыҡтар, фермер-эшҡыуарҙарҙың мул өҫтәлдәре күренеп тора. Балтас оҫталарының ҡул эштәре әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Иҫке Балтастан Марс Хөсәйенов оҫтаханаһында эшләнгән баҡса йыһаздары, гөлдәрҙе зауыҡ менән урынлаштырыу стеллажы һәм Юғары Ҡарыштан Рөстәм Талипов баҫҡан быйма, кейеҙ башмаҡтар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Нөркәнән 87 йәшлек Миңленур Шәйбәкова балаҫ һуғыу станогында эшләп күрһәтте. “Ғаилә” төньяҡ район-ара үҙәге уңған, өлгөлө ғаиләләр тураһында бай мәғлүмәт туплап алып килгән. Район мәғариф бүлеге тәҡдим иткән һәләтле балалар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан уҡытыусылар, төрлө конкурстарҙа еңгән алдынғы уҡытыусылар, Балтас районы пионер ойошмалары тураһындағы фотолар, мәғлүмәттәргә бай альбомдар, Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүселәрҙең Почет грамоталары, дипломдары иғтибарҙы йәлеп итте. Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәрҙең сигелгән, бәйләнгән ҡул эштәре, ағасты уйып һәм тәбиғи материалдарҙан эшләнмәләр һоҡландырҙы. Заман талабына ярашлы, робототехника түңәрәгендә шөғөлләнеүселәрҙең эштәре үҙенсәлекле ине. Район хакимиәтенең физик культура, спорт, йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге Рәсәй, республика ярыштарында балтастарҙың уңыштарын иҫбатлаған кубоктар, миҙалдар ҙа күргәҙмәлә урын алған. Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр һәм уҡытыусылар ижад иткән һоҡланғыс картиналар күргәҙмәне байытты.
Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Ҡырымда булған фотолары, “Династие” профилактика-медицина үҙәге мәғлүмәттәре иғтибарға лайыҡ. Ғабдулла Ғәлиев (Батырша) исемендәге йорт-музейҙан ҡулъяҙма һәм ташбаҫма китаптар, районды данлаған, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһындағы альбомдар күргәҙмәгә ҡуйылғайны.
— Бөгөн һигеҙенсе район марафонда сығыш яһай. Район тарихын сағылдырған иң отошло күргәҙмәләрҙең береһе һеҙҙеке булды. Күренекле кешеләр аллеяһылай мәғлүмәт, боронғо һәм бөгөнгө заман бергә бер бөтөн булып бында күренде, — тип билдәләне Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов.
Филармонияның тамаша залында энә төртөрлөк тә урын юҡ. Концертты алып барыусылар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Ғәлина-Ғафарова менән Руслан Халиҡов сараның ҡунаҡтары менән таныштырҙы. Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән ҙур концерт күрһәтелде. Район баҫыуҙарының ҡыҙыулығын, колхозлаштырыу ваҡытын, Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған композициялар залдағыларҙы ул осорға ҡайтарырға ярҙам итте. Район тарихын битләгәндә төрлө ваҡыттағы ауыл хужалығы үҫеше, социаль объекттар төҙөлөшө, бөгөнгө ыңғай үҙгәрештәр, ауыл хужалығы етештереүендә юғары күрһәткестәргә ирешкән өсөн Балтас районы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Дипломы менән бүләкләнеүе, спортта ил күләмендә алдынғылыҡҡа сыҡҡан яҡташтар, “Татар кызы-2018” гүзәллек бәйгеһендә һәм театр коллективтарының республика фестивалендә Гран-при яулаған Сулпан Кашанова һәм Балтас халыҡ театры коллективы тураһындағы мәғлүмәт үҙ төбәгенән ситтә йәшәгәндәр өсөн яңылыҡ булып яңғырағандыр, бәлки.
Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфирә Фәрхетдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғабделйәнов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Алһыу Ғәлина-Ғафарова моңло, һағышлы йырҙарын башҡарып, тамашасы күңеленә ҡыҫҡа юл тапты. Районыбыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре үҙ халҡының аһәңле биҙәктәре менән концертты байытты.
Сараға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар балтастар менән аралашырға биргән форсатты ҡулланып ҡалырға тырышты. Беренсе булып район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев Балтас төбәгенән сығып ситтә йәшәгән яҡташтарының фестивалгә дәррәү ҡатнашыуҙарына рәхмәт белдерҙе. “Балтас — Башҡортостандың бер өлөшө. Тырыш, талантлы халҡыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Өлкәндәрҙең тәжрибәһенә таянып, үҙ көсөбөҙгә ышанып алға атларға тырышырбыҙ. Һәммәгеҙгә сәләмәтлек, тик уңыштар теләйбеҙ”, — тип мөрәжәғәт итте.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Илдар Бикбаев Балтас яғында ер ҡәҙерен белгән иҫ киткес эшсән, һәләтле халыҡ йәшәүен, ауылдарҙың төҙөклөгөн билдәләне. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллин тыуған яҡ менән бәйләнештә булыуын белдереп, тормошта осраған мәсьәләләрҙе берҙәм сисергә кәрәклеген телгә алды. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Шамил Шәрипов осрашыуҙа балаларға автобус бүләк итеүен әйтте.
Республиканың 100 йыллығына бағышланған фестиваль-марафон дауам итә. Ул тыуған яғын һағынып ситтә йәшәүселәргә элемтәне өҙмәй осрашып, аралашырға мөмкинлек бирә. Балтас район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы сараның штандартын Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевҡа тапшырҙы.
Тантананы үткәреүҙә мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, сараның режиссеры Редик Ғәниев, сценарий авторы Гөлнара Шәймөхәмәтова, тауыш режиссеры Руслан Кабулов, “Балтач таңнары” гәзитенең фотокорреспонденты Ғәзим Талипов һәм башҡа райондаштар ҙур өлөш индерҙе.
Районыбыҙ уңғандары республика, илебеҙ сәскә атһын өсөн тырышлыҡ һала. Уларҙың үткәне төбәгебеҙ тарихын бар итә. Һәр беребеҙҙең теләге уртаҡ — Башҡортостандың киләсәге өмөтлө һәм яҡты булһын.