Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Тормош һулышы
25 Май 2018, 16:35
Асҡын районы мәктәптәрендә лә Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте
Бөгөн илебеҙ буйынса иң тулҡынландырғыс һәм онотолмаҫ мәктәп байрамы — Һуңғы ҡыңғырау!
Район буйынса туған мәктәптәре менән 136 XI класс уҡыусыһы хушлаша, 269 уҡыусы IX класты тамамлай. Бөгөн улар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлай.
Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр! Ҡәҙерле балалар!
Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙең алда барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстары, ауырлыҡтары һәм осһоҙ-ҡырыйһыҙ юлдары менән оло тормош асыла. Тәүге уңыштарығыҙҙы, көндәлектәге билдәләрегеҙҙе, дуҫтарығыҙҙы бүләк иткән мәктәбегеҙҙе онотмағыҙ. Һуңғы ҡыңғырау оло тормош юлына башланғыс бирһен, ә алған белемдәрегеҙ яңы һоҡланғыс асыштарға илтһен. Имтихандарығыҙҙы уңышлы тапшырып, дөрөҫ, күңелегеҙгә яҡын һөнәр һайлағыҙ. Артта — мәктәп йылдары, ә алдығыҙҙа — бар ғүмерегеҙ! Һәр берегеҙҙең хыялдары тормошҡа ашһын, ә уңыштарығыҙ уҡытыусыларығыҙ һәм ата-әсәләрегеҙгә рәхмәт булып барһын!
Хәйерле юл, ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары!
"Йәнтөйәк" гәзите коллективы.
Читайте нас:
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять