Район хакимиәтендә “2020 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү программаһы” буйынса ғаиләләргә ауыл ерендә торлаҡ төҙөүгә социаль түләү биреү тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. 12 ғаиләнең бишеһе күп балалы, туғыҙ кеше — агросәнәғәт комплексы, өсөһө социаль өлкәлә эшләй.
— Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге ауыл кешеһенең йәшәү кимәлен күтәреүҙең мөһим күрһәткесе булып тора. Шуға күрә районыбыҙҙа торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү башҡарма власть өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш, — тине район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин программала ҡатнашыусыларға мөһим документты тапшырып.
Район хакимиәтенең социаль-торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса баш белгесе Миләүшә Мирфаязова әйтеүенсә, әлеге көндә ошо программала 158 ғаилә ҡатнаша, уларҙың 18-е күп балалы. Ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙан тыш, программа үҙ эсенә ауылдарҙы комплекслы төҙөкләндереү сараларын да ала.
Шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһы граждандарын һәр кем алырлыҡ уңайлы торлаҡ һәм коммуналь шарттар менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы буйынса 35 йәшкә тиклемге 105 ғаилә иҫәптә тора, уларҙың 12-һе күп балалы. “Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса бала тыуғанда социаль түләү алыуға 25 ғаилә иҫәпкә ҡуйылған.