Изге Рамаҙан айында Башҡортостанға Төркиәнән Ҡөрьән-хафиздар килде. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙың береһе — Мостафа Алтынорс Асҡын районында туҡталды. Ул районыбыҙҙа ифтар мәжлестәрендә, тәрәүих намаҙҙарында ҡатнаша, вәғәздәр һөйләй. Бынан тыш, теләге булғандарҙы ислам дине ҡанундарына, Ҡөрьән аяттары уҡырға өйрәтә.
21 майҙа Асҡын үҙәк мәсетендә ифтар мәжлесе үткәрелде. Унда күрше-тирә райондарға Төркиәнән килгән Ҡөрьән-хафиздар, урындарҙағы имам-мөхтәсибтәр, шулай уҡ районыбыҙҙың имам-хатиптары һәм мосолмандары йыйылды.
Икенде намаҙын уҡығандан һуң, Асҡын үҙәк мәсете имам-хатибы, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Мөхәмәт хажи Хәсәнов сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп, Төркиә ҡунаҡтары һәм күрше-тирә райондарҙан килеүсе имам-хатиптар менән таныштырҙы. Артабан осрашыуға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар үҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, республикабыҙ, районыбыҙ тураһында тәүге тәьҫораттары менән бүлеште. Төркиә менән Рәсәй халҡының бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә булып, үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәүҙәрен һөйөнөс менән билдәләнеләр. “Динде яҡшыраҡ белгән һайын кешенең күңеле нығыраҡ сафлана. Ундайҙарҙың һүҙе йөрәк түренән сыҡҡанға яғымлыраҡ, тәьҫирлерәк һәм һис ялҡытмай”, – тип ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнергә һәм динебеҙ ҡушҡанды үтәп йәшәргә, күберәк изгелек ҡылырға саҡырҙы районыбыҙға килеүсе Ҡөрьән-хафиз Мостафа Алтынорс. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе Рамаҙан айының имен үтеүен, халҡыбыҙ араһында тыныслыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек булыуын теләне.
Сығыштарҙан һуң бар халыҡ бергәләп ахшам намаҙын уҡыны. Ауыҙ асыу ваҡыты еткәс, ризыҡ ҡабул иттеләр. Артабан осрашыу ҡатын-ҡыҙҙар көсө менән әҙерләнгән мул табын артында дауам итте.