Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
14 Май 2018, 12:31

“Тыныслыҡ — иң ҙур бәхет”, — ти Балтас районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәнифә Фазлыйәхмәтова

Сталинград һаҡсыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Хәнифә Фазылбәк ҡыҙы Фазлыйәхмәтова оҙон, матур, маҡтаулы һәм данлы ғүмер юлының һәр миҙгелен яҡшы хәтерләй, кәңәш-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Йөҙйәшәр инәй журнал-гәзиттәрҙе көтөп ала, бер һүҙен дә ҡалдырмай уҡып бара, күҙлеген дә бик һирәк ҡуллана. Илебеҙ Президентын һайларға ла үҙ аяғында барып, мөһим кампанияла ихлас ҡатнашты ул.

Хәнифә Фазлыйәхмәтова башланғыс кластарҙы тыуған ауылында уҡып, V класҡа Юғары Ҡарыш мәктәбенә бара. Унынсыны ла ошонда уҡ тамамлай.

Атаһы донъя ҡуйғас, әсәһенә береһенән-береһе бәләкәй өс туғанын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итергә кәрәк була. Әммә яҡын тирәләге мәктәптәрҙә эш урыны булмағас, ике йыл Яланғас һәм Көндәшле мәктәптәрендә башланғыс кластарҙы уҡыта.

1942 йылдың 10 майында Өфө тимер юл вокзалынан Сталинград фронтына беренсе комсомол ҡыҙҙар эшелоны китә. Өфөнән һәм Башҡортостандың төрлө райондарынан — 3700 ҡыҙ. Балтас районынан фронтҡа китеүсе 12 ҡыҙ араһында Түбән Ҡарыш ауылынан Хәнифә Фазлыйәхмәтова ла була.

Хәнифә Фазылбәк ҡыҙы зенит артиллерияһы часының 43-сө айырым һауа күҙәтеү-хәбәр итеү батальонында хеҙмәт итә. “Дүрт километр һайын пункттар урынлаштырҙылар, өс мең ҡыҙ Сталинградты уратып алдыҡ. Самолеттарҙы танырға өйрәндек. Беҙ уларҙы бинокль аша окоптан күҙәтәбеҙ”. Ярты быуат элек булған ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләп, бәйнә-бәйнә һөйләй ул. Күҙҙәрендәге ҡаҡшамаҫ тәүәккәллек, һаҡлыҡ, аҡыл, тыйнаҡлыҡ, зирәклек кеүек сифаттар Балтас ҡыҙына өлгөлө хеҙмәт итергә, иле һәм халҡы алдында хәрби бурысын тейешенсә үтәргә һәм тыуған еренә иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирә.

Хәнифә Фазлыйәхмәтова хеҙмәт иткән 45-се пунктты башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Бер ҙә яңылышмай ҡыҙҙар. Үҙҙәре шикләнгән саҡтарҙа хәбәр бирер алдынан үткер күҙле Хәнифә Фазылбәк ҡыҙы менән кәңәшләшәләр. Яратып, “Катюша” тип йөрөтәләр уны.

Хәнифә Фазылбәк ҡыҙы Бөйөк Еңеүҙе Польшала ҡаршылай. Автоматтарҙан һауаға атып, ҡосаҡлашып, ул саҡта нисек ҡыуанғандарын иҫкә ала ул. 1945 йылдың авгусына ҡәҙәр алмаш көтә 45-се пункт ҡыҙҙары. Ниһайәт, алты егет килә.

Хәнифә Фазлыйәхмәтованы ефрейтор званиеһы биреп, тыуған яғына оҙаталар. Уның күкрәген “Ватан һуғышы” ордены, “Германияны еңгән өсөн” миҙалы биҙәй. “Сталинградты азат иткән өсөн” миҙалы ғына “эҙләп таба алмай” лайыҡлы эйәһен. Ҡыҙғаныс, Сталинград һуғышының иң ҡыҙыу, иң ауыр ваҡытында хеҙмәт итә ул. Ҡаланы азат итеүгә бар көсөн һала.

Хәнифә Фазылбәк ҡыҙының һуғыштан һуңғы ғүмер юлы ла маҡтауға лайыҡ. Ситтән тороп Бөрө педагогия училищеһын тамамлай. Шулай уҡ уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәхрәт Миңлеғәли улы менән яҙмышын бәйләй. Яланғас ауылында өй тергеҙгәс, 40 йыл башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Ҡыҙҙары Гүзәлиә уҡытыусылар династияһын лайыҡлы дауам итеп, шулай уҡ дүрт тиҫтә йыл ғүмерен район мәғарифына бағышлай. Бер нисә быуын уҡыусыларының яратҡан мөғәллимәһе булды, инглиз теленән балаларға төплө белем бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ сир Гүзәлиә Сәхрәт ҡыҙының ғүмерен өҙҙө. Берҙән-бер балаһын, таянысын юғалтҡан әсәнең ҡайғыһы сикһеҙ тәрән. Әлеге ваҡытта ул ейәне Айрат һәм кейәүе Әнәс тәрбиәһендә йәшәй. Ҡәҙерле ейәнсәрҙәре Алһыу һәм Гөлназды, Әдиләне көтөп ала Хәнифә апай. Йәштәргә биргеһеҙ асыҡ күңел, етеҙлек менән сәй табынын ҡорорға ла, ихлас аралашырға ла, кәңәштәр бирергә лә өлгөрә йөҙйәшәр. Гәзит-журналдар уҡырға бик ярата, донъя, ил, республика хәбәрҙәре менән ҡыҙыҡһына.

Гөлнара Шәймөхәмәтова. Ғәзим Талипов фотоһы.
Читайте нас: