Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Май 2018, 13:52

Борай районында йәшәүсе тыл ветераны балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй

Өләсәйем 1927 йылдың 20 мартында Ырымбур өлкәһендә донъяға килә. Ата-әсәләре бик уңған, егәрле була. Үҙҙәренең ерҙәрендә күп итеп мал аҫрайҙар. Уҙған быуаттың егерменсе-уты­ҙынсы йылдарындағы аяныслы ваҡиға­лар­ҙың әсе елдәре уларға ла ту­ра­нан-тура ҡағыла. Йорттарын, мал-мөлкәттәрен тартып алып, үҙҙәренә “халыҡ дошманы” тигән мөһөр баҫалар. Шулай, Гөлдәр өләсәйемә — дүрт, ә ҡустыһына бер йәш тулғанда ғаиләләрен ат арбаһына ултыртып, ҡайҙа икәнен дә әйтмәй, оҙаталар. Тауар поезында ас-яланғас, иртәгә нимә булырын да белмәй, шөбһә һәм ҡурҡыу аҫтында бик күп барғас, Кемеров өлкәһе Крапивинский районының бер ауылындағы барактарға урынлаштыралар. Был хәлдәрҙе өләсәйем хәҙер күҙ йәштәре менән иҫкә ала.
Уңған кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Унда ла ата-әсәһе үҙҙәрен аямай, тырышып эшләй. Атаһы тәүҙә урман киҫә. Сәләмәтлеге ҡаҡшағас, колхозға күсерәләр. Унда ла төрлө эштә көс түгә: баҫыуҙа иген үҫтерә, малсылыҡта ла эшләй, колхоз умартасылығында умартасы ла, тирмәнсе лә, мейес сығарыусы ла. Өҫтәүенә, ҡул эштәренә лә бик маһир була: ағастан һәм ҡалайҙан бына тигән итеп йорт кәрәк-яраҡтары яһай. Балта эшенә лә оҫта булғас, күп тә тормай үҙҙәренә яңы өй һалып сығалар. Колхоз бер һыйыр бирә. Шулай донъялары бөтәйә, яйға һалына. Бында килгәс, тағы ла ике бала тыуа, ғаилә ишәйә. Әсәләре лә бик уңған була. Урман да киҫә, кейем дә тегә, ашнаҡсы ла була.
Һуғыш йылдары үҙәктәренә үтә. Ҡараған йорт малы ризыҡтары, йыйған емеш, бәйләгән, теккән ҡул эштәре — барыһы ла фронтҡа оҙатыла.
Һуғыш бөттө, тигән хәбәрҙе ишеткәндә өләсәйемә 18 йәш була.
— Беҙҙең ғаилә Кемеров өлкәһендә 25 йыл йәшәп, аҙаҡ Башҡортостандың Ейәнсура районы Үтәғол ауылына ҡайтып төпләнә. Унда ла атайым ҙур итеп йорт һалды. Бөгөн бер һеңлем менән ҡустым ғына иҫән, — тип ауыр көрһөнә өләсәйем.
Ул үҙе 21 йәшендә комсомол отряды менән Ленинск-Кузнецкий ҡалаһына шахтаға эшкә китә. Нәҡ ошонда олатайым, Борай районы егете Ғабделҡәҙим Шәйсолтан улы менән таныша. Ул
да ошонда эшләгән була. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, улар ғаилә ҡора. 1950 йылда тәүге сабыйҙары Гөлзифа апай тыуа. Йәш ғаилә 1951 йылда Борай ауылына ҡайтып төпләнә. Олатайым колхозға урынлаша. 1962 йылдан икенсе ойошмаға ташсы-оҫта булып эшкә күсә. Өләсәйем менән бик матур донъя көтәләр. Дүрт ҡыҙ — Гөлзифа, Флорида, Мөнирә, Флүзәгә ғүмер бүләк итәләр. Шуныһы ҡыҙғаныс, олатайым, ҡаты ауырып, 43 йәшендә донъя ҡуя. Өләсәйем яңғыҙы дүрт баланы тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Ул универмагта кейем беҫеүсе (закройщица) булып 20 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡул эштәренә бигерәк оҫта була. Йәшерәк сағында күҙ яуын алырлыҡ биҙәктәр менән сиккән, селтәр бәйләгән, кейемдәр теккән. Бөгөн ул ҡыҙы Флорида менән йәшәй. Ҡалған апайҙарым да Борай ауылында етеш донъя көтә. Үҙҙәре күптән өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйә.
Аяныслы йылдар, ауыр тормош һындырмаған өләсәйемде. Еңеү байрамы алдынан беҙ ғорурланып, уның дүрт ҡыҙы һәм кейәүе, 9 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре бергәләшеп өләсәйебеҙҙе ҡотларға барабыҙ. Сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе, хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, уның хәтирәләрен тыңлайбыҙ. Балаларыбыҙ ғаилә тарихын белһен, традицияларыбыҙҙы һаҡлаһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.
Алһыу Ғималтдинова.
Наилә Имаева.
Читайте нас: