Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Май 2018, 13:35

Ҡариҙелдән Төхбәт Фәтхуллин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт, аҙаҡ 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы Дондан Эльбаға тиклем дүрт мең километрҙан ашыу ер үтә. Башҡорт кавалерия дивизияһы составына иң яҡшы яугирҙар инә. Улар араһында яҡташыбыҙ, Муллаҡай ауылынан Төхбәт Фәтхуллин да була.

— Беҙ башта уҡ фронтҡа эләкмәнек, — тип хәтерләй ветеран. — 1942 йылдың мартына тиклем хәрби әҙерлек үттек. Үҙем ошо йылдың ғинуарында саҡырылдым. 23 мартта тантаналы рәүештә дивизияға Башҡортостандың Юғары Советы Президиумының Ҡыҙыл байрағын тапшырҙылар. Шунда уҡ халҡыбыҙ ышанысын аҡлап, үҙебеҙҙең ҡоралды данларға һәм байраҡты фашисты тулыһынса еңгәнгә тиклем алып барырға, тигән наказ бирҙеләр. Быны беҙ үтәнек. Ләкин еңеүгә оҙон, бормалы юлдар аша барҙыҡ. Беренсе тапҡыр Олым йылғаһында яуға индек.
Элекке кавалеристың иҫендә бигерәк тә Сталинград эргәһендәге алыштар ҡалған. Туғыҙ йөҙҙән ашыу немец һалдаты һәм офицеры далала ятып ҡала. Күптәрен пленға алалар.
— Юлыбыҙ еңеүҙәрҙән генә торған, тип уйламағыҙ. Беҙҙең яҡтан да юғалтыуҙар күп ине. Немецтарҙың бер контратакаһына ҡаршы торғанда 275-се полк командиры майор Таһир Күсимов яраланды. Уны штаб начальнигы капитан Х. Нурғәлиев алмаштырҙы. Һәр көн хәрби дуҫтарыбыҙҙы юғалта инек, — тип ауыр көрһөнә Төхбәт Ниғмәт улы. — Краснояровка хуторы өсөн алыштар бик ауыр булды. Обливская станцияһы эргәһендә ысын тамуҡҡа эләктек. Бер нисә тиҫтә немец самолеты түбәндән осоп беҙҙең колонналарҙы туҡтауһыҙ утҡа тотто. Тирә-яҡта ҡыуаҡ та, ҡоролмалар ҙа юҡ, туң ергә ятырға тура килде. Самолеттар баш күтәрергә ирек бирмәне. Ләкин беребеҙ ҙә ҡурҡып ҡалманы, ҡаршы тора алдыҡ. Немецтар башҡорт атлыларын “ҡырағай дивизия” тип йөрөтә ине. Декабрь буйына беҙ уҡсы дивизия частары менән бер нисә тапҡыр Обливская станцияһын азат итергә тырыштыҡ. Ләкин һәр ваҡыт уңышһыҙ булды. Станцияны 1943 йылдың ғинуар башында ғына алдыҡ. Әгәр ҙә һәр ҡаланы фашистарҙан нисек азат итеүебеҙ тураһында һөйләһәм, гәзит биттәре лә етмәҫ.
Төхбәт Ниғмәт улының күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары биҙәй. Еңеүҙе ул Берлинда ҡаршылай. Унда тыныслыҡ урынлашҡансы тағы ла өс ай йәшәйҙәр. Аҙаҡ Польша аша үҙебеҙҙең сиктәргә сығалар. Һәр ерҙә уларҙы сәскәләр менән ҡаршы алалар.
Һуғыштан һуң данлы кавалерист һал ағыҙыуҙа эшләй. Ҡатыны Баныу Низаметдинова менән лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫтерәләр. Ветеранға әлеге ваҡытта 98 йәш, ул Бөрө ҡалаһында балаларында ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй.
Люция Карамова.
Читайте нас: