Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
11 Май 2018, 12:54

Алтмыш йыл татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй Хәйҙәровтар

Туйыш ауылында йәшәүсе Фрүлә һәм Рифхәт Хәйҙәровтар ғаиләһе районда күптәргә таныш. Хөрмәтле хеҙмәт ветерандары быйыл гәүһәр туйҙарын билдәләй.
Яҡуп ауылында тыуып үҫкән Фрүлә Хәмәт ҡыҙы хеҙмәт юлын “Салауат” колхозында башлаған. Ире кеүек ул да йәштән эшкә егелә. Колхозда төрлө эш башҡара: утауға йөрөй, бесән саба. Һуңынан хат ташыусы булып урынлаша, шуның менән бер рәттән ауыл клубында киң мәҙәни эште лә алып бара. Өфө ағас эше оҫтаханаһында ла һигеҙ йыл эшләй.
Туйыш егетенә кейәүгә сыҡҡас, Фрүлә апайҙың хеҙмәт юлы ауыл хужалығы менән бәйле була. Ул ире эргәһендә эшләй: һабанда, сәскестә прицепщик, комбайнда үлсәүсе була. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был эш үтә лә ауыр булғанға, Рифхәт Ғәйнел улы уның күп өлөшөн үҙ өҫтөнә ала. Ул тәүҙә колхозда башта быҙауҙар һәм аттар көтһә, 15 йәшендә тракторға ултыра. 1952 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Тыуған ил алдындағы бурысын Польшала үтә. Өс йыл ярым хеҙмәт итеп ауылына ҡайта. Асҡын ауылында киң профилле механизаторҙар курсын тамамлағандан һуң, уға ДТ-54 тракторын ышанып тапшыралар. Шул тракторҙа Рифхәт ағай оҙаҡ йылдар эшләй, уңыш йыйыу ваҡытында комбайнға күсеп ултыра.
— Эҫелә кабина түҙеп торғоһоҙ. Төнөн дә эшләйбеҙ. Солярка еҫе хатта тәнгә лә һеңә ине, — тип иҫкә ала ул.
Рифхәт Ғәйнел улының хеҙмәт стажы 43 йыл, шуның ун йылын слесарь-көйләүсе булып эшләй. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була. 1975 йылда социалистик ярышта еңеү яулаған комбайнсыға район етәкселеге “Урал” мотоциклы бүләк итә. Ауыл хужалығы етештереүендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн “Почет билдәһе” ордены, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. 1981 йылда ғаилә яңы өйгә күсә. Етеш тормошта йәшәү өсөн бал ҡорттары, ишле мал ҡарайҙар. Ғаилә башлығы быйма ла баҫа. Фрүлә Хәмәт ҡыҙы өйҙә лә иренең уң ҡулы була. Хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә ғаилә усағы йылыһын һаҡлау өсөн бар тырышлығын һала.
Март айында Рифхәт Ғәйнел улына 85 йәш тулды. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Хәйҙәровтар әле лә әүҙем тормош менән йәшәй.
— Дүрт балабыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ бар. Балаларыбыҙҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Аллаға шөкөр, улар өсөн беҙгә бер ҡасан да ҡыҙарырға тура килмәне, — ти бәхетле ата-әсә.
Хәйҙәровтар тормош юлын лайыҡлы үткән. Ауырлыҡтар уларҙы тик көслө, сабыр булырға, бер-береһенең ҡәҙерен белергә өйрәткән.
Люция Карамова.
А. РӘХМӘТУЛЛИН фотоһы.
Читайте нас: