Еңеү көнө алдынан Мишкә районында «Зарница» хәрби-спорт уйыны үтте. Был мауыҡтырғыс һәм хәрәкәтсән сара Мишкә ауылының Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейының яугир-уҡытыусыларына бағышланды.
“Зарница”ла ҡатнашыусылар тигеҙ стройға теҙелгән. Рәсәй һәм Башҡортостан Гимндары яңғырай. Малайҙар һәм ҡыҙҙар утлы һуғыш юлы үткән, балаларҙы аң-белемгә, тыныслыҡтың, тыуған ерҙең ҡәҙерен белергә өйрәткән уҡытыусы-фронтовиктарҙың портреттарын тотҡан.
Лицей уҡытыусылары һәм уҡыусылары исеменә рәхмәт һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин, мәғариф бүлеге начальнигы Сергей Александров, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Мишкә һәм Борай райондары буйынса бүлек начальнигы Сергей Васильев, һуғыш ветеранының улы Юрий Садовский, ошо белем усағын тамамлаусы Николай Сәлмийәнов һәм башҡалар сығыш яһаны. Улар бирелә уҡытыусы-фронтовиктарҙы онотмауҙарын, хөрмәт менән иҫкә алыуҙарын билдәләп үтте.
Уҡыусыларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү эшен киләсәктә лә дауам итеү өсөн белем усағына ике пневматик винтовка бүләк ителде.
Сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, “Зарница” уйынында ҡатнашыусылар автобустарға ултырып Һабантуй майҙанында ойошторолған полигонға барҙы. Инструктаж үткәргәндән һуң уйындың баш судьяһы А. Садовский ярыштарға старт бирҙе. Егеттәр һәм ҡыҙҙар был көндө етеҙлектә, таһыллыҡта көс һынашты.
Быйылғы “Зарница” ҡатмарлаштырылған конкурстарға бай булды. Унда ҡатнашыусылар биатлон сәбе буйынса пневматик винтовканан атты, азимут буйынса үтте, окопҡа граната ырғытты, баҫыуҙы минанан таҙартты. Ярыштар ваҡытында түңгәктәр аша һаҙлыҡты, соҡорҙарҙы уңышлы үттеләр, төйөндәр бәйләнеләр, урынды махсус топографик билдәләр менән билдәләнеләр.
Быйылғы уйын мәктәптәрҙә хәрби-патриотик тәрбиәнең юғары кимәлдә булыуын күрһәтте. I дөйөм команда урынын 1-се лицейҙың йәш армиясылары яуланы. Мишкә 2-се урта мәктәбе — II, Ҡайраҡ мәктәбе III урынға лайыҡ булды.