Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
10 Май 2018, 19:37

«Атайым менән ғорурланам», — ти Борай районында йәшәүсе Римма Мусина

Һәр кемгә донъяла үҙ ата-әсәһе ғәзиз. Минең ҡәҙерлеләрем 60 йыл бергә татыу ғүмер итеп, бөгөнгәсә үҙ аллы тормош көтөп, донъяны, кешеләрҙе яратып йәшәй.

Һәр кемгә донъяла үҙ ата-әсәһе ғәзиз. Минең ҡәҙерлеләрем 60 йыл бергә татыу ғүмер итеп, бөгөнгәсә үҙ аллы тормош көтөп, донъяны, кешеләрҙе яратып йәшәй.
Атайым Ризуан Әхмәтғариф улына июлдә 94 йәш тула. 19 йәшендә Курск дуғаһында барған дәһшәтле алышта бер аяҡһыҙ ҡала. Госпиталдән һуң тыуған яғына ҡайта. Ҡот осҡос, ҡан ҡойғос һуғышты, яу яланында мәңгелеккә башын һалған дуҫтарын онота алмай аҙаплана. Шулай ҙа үҙен ҡулға ала, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнә. Тәүҙә Баҙраҡта һатыусы булып эшләй, артабан Киҙгән балалар йортона урынлаша. Етем балаларҙы кейеҙ итек ямарға, балта тоторға өйрәтә. Детдомды таратҡанда, шул сабыйҙарҙың һыйынып илағанын атайым әле лә күҙ йәштәре менән иҫкә ала. Киҙгәндән һуң Борайҙа — итексе, Яңы Бикмәттә өс йыл зоотехник булып та эшләгән. Артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы Салҡаҡ урта мәктәбендә малсылыҡ дәрестәрен уҡытыу менән бер рәттән хисапсы ла була.
Атайым ғүмере буйына ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт итеп, уларҙың эшен еңеләйтергә тырышып йәшәне. Әсәйем Йүфәридә Әсәҙулла ҡыҙы менән дә бер-береһенә терәк-таяныс булып, матур тормош юлы үттеләр. Беҙгә, ике ҡыҙ һәм бер улға, ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғаныбыҙ Роберт ҡаты ауырып, ваҡытһыҙ донъя ҡуйҙы. Бер-береһен йыуатып, бала ҡайғыһын да сабырлыҡ менән үткәрҙеләр. Ҡаты ауырып, бөгөн аяҡһыҙ ҡалған 92 йәшлек әсәйемде лә ҡәҙер-хөрмәт менән тәрбиәләп ҡарай, уның ғүмерен оҙайтып, ауыртыу-һыҙланыуҙарын баҫыр өсөн бар тырышлығын һала. Бар ҡыуаныстары — балалары, дүрт ейәне, ете ейән-ейәнсәре һәм бер тыуасары.
Атайым бөгөн Салҡаҡ ауыл Советы биләмәһендә иҫән ҡалған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бөйөк Еңеүҙең 73-сө яҙын бергәләп ҡаршы алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Иң ҙур теләгебеҙ: атай-әсәйебеҙ тәҡдирҙәренә яҙылған ғүмер юлын ахырғаса тигеҙ, бәхетле үтһен. Үҙебеҙҙең улдарыбыҙ ҙа атайыбыҙ һымаҡ көслө рухлы, илебеҙгә, ғаиләләренә, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булһын ине.
Читайте нас: