Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Май 2018, 16:17

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре! Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

Һеҙҙе ысын йөрәктән илебеҙҙең төп байрамы - Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ошо байрам көнөндә беҙгә Еңеү бүләк иткән, ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәгән ветерандар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ, яу яландарында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Бөгөн беҙ уларҙың батырлыҡтарын онотмай, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ауырлыҡтарға бирешмәй эшләргә, балалар һәм ейәндәр тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ошо бөйөк байрам менән ҡотлап, тарихи хәтерҙе киләсәк быуындарға еткерергә саҡырабыҙ! Еңеү көнө менән!
Читайте нас: