Илебеҙгә ике Советтар Союзы Геройы биргән Иҫке Ҡаҙансы ауылы халҡы был көндө көтөп алды. Бирелә төҙөлгән обелискта граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы, шулай уҡ локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар һәм һәләк булғандар, шулай уҡ сәйәси репрессия ҡорбандары исемдәре теркәлгән. 16 ауылды берләштергән ауыл Советы биләмәһенән 700-ҙән ашыу кеше фронтҡа китә. Шуларҙың 252-һе генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Сарала район хакимиәте башлығы Фларит Усманов, уның урынбаҫары Фоат Фәтхуллин, эштәрҙе башҡарыусы ”Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы етәксеһе Радик Ғинийәтов, Советтар Союзы Геройҙары — Нурулла Сафиндың һәм Мирзалихан Ғәбитовтың балалары ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Малик Әғзәм улы Ғайсин тантананың хөрмәтле ҡунағы булды.