Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
27 Апрель 2018, 16:33

Ҡариҙел районында йәшәүсе Ғилмияровтар алтын туйҙарын билдәләй

1 майҙа Сөләймән ауылында йәшәүсе Роза һәм Фәнәүи Ғилмияровтар алтын туйҙарын билдәләй. Ярты быуат бергә ғүмер иткән ир менән ҡатын бер-береһенә һәм тирә-яҡтағыларға ысын ғаиләнең нигеҙе бер -береңде һөйөүҙә, хөрмәт итеүҙә, ышаныуҙа һәм тоғролоҡта икәнлеген иҫбатланы.

1 майҙа Сөләймән ауылында йәшәүсе Роза һәм Фәнәүи Ғилмияровтар алтын туйҙарын билдәләй. Ярты быуат бергә ғүмер иткән ир менән ҡатын бер-береһенә һәм тирә-яҡтағыларға ысын ғаиләнең нигеҙе бер -береңде һөйөүҙә, хөрмәт итеүҙә, ышаныуҙа һәм тоғролоҡта икәнлеген иҫбатланы.
Роза Ғаян ҡыҙы Торна ауылынан. Һигеҙ класс тамамлап, фермаға эшкә бара, быҙауҙар ҡарай, һауынсы була.
Буласаҡ тормош иптәше менән улар фермала таныша. Егет мал ҡараусы була. Ошо мәлдән уларҙың тормош романы яҙыла башлай. Бергәләшеп мәшәҡәттәрҙе еңеп, шатланып һәм борсолоп йәшәргә ҡарар иткәндә, йәштәргә 18 йәш тә тулмаған була.
— Ҡул менән 20-шәр һыйыр һауа инек. Ике саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан фермаға йәйәү йөрөнөк, өйҙән иртә таңдан сығып китәбеҙ. Бер ваҡыт ҡыш көнө буранда әхирәтем менән һуҡмаҡты юғалттыҡ һәм аҙаштыҡ. Юлды яҡтыра башлағас ҡына таптыҡ, — тип ул саҡтарҙы иҫенә төшөрҙө Роза апай.
Фәнәүи Кәрим улы 15 йәшенән үк совхозда эш башлай. Армияла хеҙмәт итеп тыуған ауылына ҡайта. Артабан совхозға эшкә урынлаша һәм 35 йыл унда механизатор була. Хаҡлы ялға сығыр алдынан һуңғы ун йылда совхоз умарталығында эшләй.
Ветеран сәсеүселәр менән нисек татыу эшләүҙәрен, берҙәм эштең яҡшы һөҙөмтәләрен хәтерләй. Ҡайһы саҡта көнөнә 100-әр гектар ер сәскәндәр. Йыш ҡына уның комбайнында флаг елберҙәй, сөнки ураҡ ваҡытында беренсе урын ала. Хәйер, ул һәр саҡ ал дынғылар рәтендә була. Фәнәүи Кәрим улының ауыл хужалығы етештереүендәге фиҙаҡәр хеҙмәте күп һанлы бүләктәр менән билдәләнгән.
Ғилмияровтар һөйләүенсә, илле йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Улар хәтерҙәрендә бергәләп еңеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙы һәм мәшәҡәттәрҙе һыҙып ташлап, бәхетле, яҡшы мәлдәрҙе генә һаҡлай.
Өс ҡыҙ, ике ул, туғыҙ ейән-ейәнсәр — ирле-ҡатынлы Ғилмияровтар ярты быуат дауамында ирешкән хазиналарын ошолай баһалай. Балаларының барыһы ла тормошта дөрөҫ юл һайлаған. Уҡығандар, ғаилә ҡорғандар, йорт һалғандар. Береһе лә тыуған яғын ташлап сығып китмәгән, бишеһе лә Ҡариҙелдә йәшәй.
Бөгөн, хаҡлы ялда булһалар ҙа, Роза апай менән Фәнәүи ағай тыныс ҡына ултырмай. Күңел биреп баҡсала эшләйҙәр, хужалыҡ тоталар, бал ҡорттары ҡарайҙар. Улар ауырлыҡтарға зарланмай, бойоҡмай. Роза Ғаян ҡыҙы — бына тигән хужабикә, ә Фәнәүи Кәрим улы — бар эшкә лә оҫта. Улар балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып ярҙам итә.
Ерҙә ике яҙмыш ҡушылғанда, күктә яңы йондоҙ ҡабына, тигән ышаныу бар. Ғилмияровтарҙың сағыу йондоҙо ошо йылдар дауамында уларҙың икеһенә генә түгел, ә тормош юлында осрағандарҙың барыһына ла яҡтылыҡ өләшә. Тормоштарының алтын битен мөхәббәт һәм тоғролоҡ менән асыусы был ғаилә никахлашырға йыйынған парҙар өсөн матур өлгө булып тора.
Люция Карамова. Азат Рәхмәтуллин
фотоһы.
Читайте нас: