Әдисә Хамматова яратҡан шөғөлөн кәсепкә әйләндергәненә биш йылдан ашыу ваҡыт үткән. Хәҙер орлоҡтар, үҫентеләр, ашламалар кәрәк булғанда күптәр уға мөрәжәғәт итә. Асыҡ йөҙлө Әдисә Ғәлиәкбәр ҡыҙы һатҡан арала тәжрибәһе менән уртаҡлаша, кәңәштәр ҙә бирә.
Үҫентеләрҙе уңған хужабикә ике теплицала үҫтерә. Беренсеһендә петуния, бәрхәт гөлө (бархатцы), астра, ҡәнәфер, ҡытай раузаһы, мальва, лабелия, цинерария, рудбекия, титония, георгин һәм башҡа сәскәләр үҫә. Ҡыяр ҙа бер нисә япраҡ ебәргән. Икенсе теплица һалҡынға сыҙамыраҡ йәшелсә һәм сәскәләр өсөн. Бында помидор, кәбеҫтә, ҡайын еләге, шулай уҡ хоста һәм лилиә кеүек сәскәләр ҙә үҫә. ”Үҫентеләр ныҡ булһын өсөн тырышырға, баҡсасылыҡ серҙәрен белергә кәрәк. Мул уңыш алам тиһәң, орлоҡто дөрөҫ һайлау мөһим. Шуға мин һалҡынға сыҙам булғандарына өҫтөнлөк бирәм. Төндә тороп, теплицалағы температураны тикшерәм. Һалҡын булһа, йылытҡысты ҡабыҙам. Көндөҙ ҙә һауа бөтмәһен өсөн ҡарап торорға кәрәк. Тупраҡ дымға ғына түгел, төрлө микроэлементтарға ла мохтаж. Наҙлап, ҡәҙерләп торғас, һөҙөмтә лә бар. Күрәһегеҙме, петуниялар матур булып сәскә атты. Башҡалары ла бөрөләнеп ултыра. Көндәр генә тиҙерәк йылытһын. Унан инде үрсетмәләрҙе таң менән йәки кисен күсереп ултыртаһы ғына ҡала. Был уларға тура ҡояш нурҙары эләкмәһен өсөн эшләнә”, — тип һөйләй булдыҡлы Әдисә апай.
Әдисә Ғәлиәкбәр ҡыҙы үрсетмәләрен һатып бөтөүгә ҡайын еләге ҡыҙарып бешә. Уңған ҡатын көн дә еләккә йөрөп, ғаиләһе өсөн дә, һатыр өсөн дә етерлек йыя. Көҙгә табан бәшмәк йыйып та табыш ала.Әлбиттә, Әдисә апайға тормош иптәше Ғүмәр ағай ҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.