Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
12 Апрель 2018, 17:14

Асҡын районы Йәнкиҫәк ауылында ла булды Өфө ҡунаҡтары

Ҡунаҡтарҙы Иҫке Ҡаҙансы төбәгенең ағинәйҙәре йырҙар менән ҡаршылап, гармунға бейетеп тә алды. Милли кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡунаҡтарҙы сылтырап аҡҡан 18 шишмәнең береһенә — урман шишмәһенә һыуға барырға саҡырҙы. Хәҙер бик һирәк ауылдарҙа ғына һаҡланып ҡалған түбәле ҡапҡа ла күрҙе ҡунаҡтар бында. Бөйөк Ватан һуғышында яу юлын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында үткән Ғәбделғаян Зекриә улы Зарипов күптән баҡыйлыҡҡа күсеп, тыуған йорто булмаһа ла, түбәле ҡапҡаһы ваҡыт ағышына ла, ел-ямғырға ла бирешмәй.
Сара артабан ауыл йорто итеп биҙәлгән мәктәп бинаһында үтте. Ҡәҙерле ҡунаҡтар менән осрашыуға Рәшид ағай Фәтихов та килгәйне. Туҡһанды ваҡлаған педагогик хеҙмәт ветераны тальян моңдарын бүләк итте, йәшлек хәтирәләре менән дә бүлеште. Өфө ҡунағы Ришат Йосопов гитараһын алып, асҡындарға бик матур йыр бүләк итте. Ойошторолған күргәҙмәләр араһында ауыл хужалығы продукцияһына ла киң урын бирелгәнгә, ҡунаҡтар рәхәтләнеп май, ҡымыҙ, буҙа һәм башҡа һөт ризыҡтары, ҡамыр аштары һатып алды. Ә Мәмдүнә Ғәбделғаян ҡыҙы ҡорама ысулы менән эшләгән бүләктәрен Асҡын тураһында иҫтәлек итеп таратты. Ҡунаҡтар мәсеттә һәм хужалыҡтарҙа ла булырға өлгөрҙө.
Мутабаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азат Фәйзуллин, форсаттан файҙаланып, бирелә буш торған йорттарҙы һатып алырға теләүселәргә һәр саҡ шат булыуын белдерҙе.
Асҡынға сәйәхәттән, күрһәтелгән хөрмәттән туристар ҡәнәғәт ҡалды. Улар бер нисә көнгә булһа ла, ҡала мөхитенең ығы-зығыһын хозур тәбиғәт ҡосағына, эшһөйәр һәм асыҡ, рухлы, илһөйәр кешеләрҙең йылмайыуына алмаштырҙы. Сығыштары менән Асҡындан булып, ҡайтып йөрөгәндәр ҙә тыуған еренең әлегә тиклем асылмаған биттәрен күрҙе.
Читайте нас: