Икенсе туҡталыш Наилә һәм Андрей Белозеровтарҙың әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған күркәм яңы йортонда булды. Әйткәндәй, был көндө йорт хужаһы үҙенең алтын юбилейын билдәләй ине. Шуға ҡарамаҫтан, ауылдаштарын һоҡландырып йәшәгән ғаилә ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, мул табынға саҡырҙы. Урындағы шағир Андрей Васильевич шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә улы Александр гитарала уйнап, атаһы яҙған йырҙы башҡарҙы. Андрей Белозеровтың ағастан семәрләп эшләгән әйберҙәрен дә берсә аптырап, берсә һоҡланып ҡаранылар. Ғаиләнең ҡунаҡсыллығы, матур сығыштар бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.
Артабан сара ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында һәүәҫкәр артистар, шулай уҡ район Мәҙәниәт йортоноң «Мелодия» рус вокал коллективы тарафынан концерт әҙерләнгәйне. Бынан тыш, Миләүшә Ҡәҙимова һәм Гөлназ Әхмәтованың — ҡул эштәренән, ә Зифа Ғәлләмшина бешергән татар һәм башҡорт милли ризыҡтарынан күргәҙмә ойошторолғайны. Был көндө сәхнәләштерелгән «Лазарева Суббота» христиан байрамы менән бәйле йолала ҡатнашыу бәхете лә тейҙе туристарға.
Ҡунаҡтар рәхмәт әйтеп, әҙерләнгән сараларға юғары баһа бирҙе. Иҫтәлеккә уларға Петропавловка ауылы халҡының әүҙем тормош менән йәшәүен, тәбиғәтенең матурлығын сағылдырған, тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаған буклеттар тараттылар. Ә Мутабаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азат Фәйзуллин бирелә буш торған йорттарҙы һатып алырға теләүселәргә һәр саҡ шат булыуын белдерҙе.