Йәнтөйәгебеҙ менән таныштырыу Яубүләк ауылында башланып, район хакимиәтендә дауам итте. Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ноғоманова бай тарихыбыҙ, күренекле кешеләребеҙ, ҡиммәтле ҡомартҡы булып иҫәпләнгән экспонаттар тураһында һөйләне. Артабан Өфө ҡунаҡтары мәсеткә юлланды. Бирелә дәрестәр алып барыусы Земфира Закирова иман йортоноң төҙөлөү тарихы, унда үткәрелгән саралар, балаларҙың да, йәштәрҙең дә дини белем алырға ынтылыуы тураһында ғорурланып һөйләгәндән һуң, йәш шәкерт Илнар Ғәлимйәнов Ҡөрьән сүрәләрен уҡып ишеттерҙе. Асҡындарҙың яҡташтар ойошмаһы рәйесе, ошо сараны ойоштороусы Рәмил Рафиҡов: «Асҡында ике быуаттан ашыу тарихы булған сиркәү, туҙға һүрәт төшөрөп, республика кимәлендә күргәҙмәләр ойошторған Гөлсөйәр Сәғитованың оҫтаханаһында рәссам менән осрашып, уның эштәрен күреү, ике бассейны, спорт залдары, ҡунаҡтар өсөн номерҙары булған «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы — һәр ҡайһыһы әйтеп бөтмәҫлек хистәр, рухи кинәнес өҫтәне туристарҙың күңеленә. Был бер көн эсендәге тәьҫораттар. Иртәгәһен лә мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн яҡташтарым бөтәһен дә эшләгән. Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм таратыу, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, Асҡындың туристар ҡабул итерлек мөмкинлектәре булыуын иҫбатлау маҡсатынан сығып үткәрелгән был сараны ҡунаҡтар оҙаҡ хәтерләр», — тине.